Бығау, алтын булһа ла, бығау ул16.01.2015
Бығау, алтын булһа ла, бығау ул Рәсәйгә үҙгәртеп ҡороу “еле” илдең тәүге Президенты Борис Ельциндың 1991 йылдың 27 декабрендә ҡул ҡуйған “РСФСР-ҙа ер реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса ашығыс саралар тураһында”ғы Указынан һуң килеп ҡағылды тиһәк, хата булмаҫ. Әлеге документ баҙар иҡтисадын “асҡан” хаҡтарҙы либералләштереү тураһындағы указдан да алдараҡ донъя күрҙе. Рәсәй халҡы өсөн иң мөһим мәсьәләне, парламенттан тыш, Президент ҡарары менән генә хәл итеү реформаторҙар тарафынан аңлы рәүештә ҡабул ителде. Халыҡ юҡҡа ғына “Илдең көнө — ер менән” тип әйтмәгән. Яңы йыл “бүләге” ауыл хужалығына атом бомбаһынан да көслөрәк тәьҫир итте. Меңәрләгән колхоз-совхоз, ауыл юҡҡа сыҡты, Рәсәй сит илдән индерелгән аҙыҡ-түлеккә ҡарап ҡалды. Ошо Указ менән башланған ер реформалары тураһында профессор Радил МӨХӘМӘТДИНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Радил Ҡыяметдин улы, һеҙ, күп йылдар колхоз рәйесе, хакимиәт башлығы, ауыл хужалығы министры урынбаҫары булып эшләгән тәжрибәле етәксе булараҡ, был Указды нисек ҡабул иттегеҙ?
— Хәтеремдә, Указ сыҡҡас, республика етәкселеге беҙҙе ашығыс кәңәшмәгә йыйып алды. Ауыл хужалығы менән йүнләп таныш булмаған Борис Ельциндың йәшерен рәүештә әҙерләгән Указының етди хата икәне көн кеүек асыҡ ине. “Правда” гәзитенең ул саҡтағы бүлек мөдире Егор Гайдарҙан, сәскә һатыу кооперативын ойошторған Анатолий Чубайстан торған яңы Хөкүмәте әҙерләп биргән был Указды нисек тә булһа тормошҡа ашырыу тураһында “ҡайғырта” башланыҡ. Мин ул ваҡытта Ер мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты етәксеһе инем. Башта бер һорау — нисек итеп был Указды республика файҙаһына “үтәргә”? Ауыл хужалығын һаҡлап ҡалыуға бар көсөбөҙҙө һалдыҡ. Указдың төп асылы аңлашыла — тиҙ арала социализмдан капитализм төҙөү. Ул ваҡытта Ельциндың реформаларына башлыса ауыл халҡы ҡаршы сыҡты. Ләкин тиҙ тынысландырҙылар — Указда ауыл ерендә йәшәгәндәргә эре хужалыҡтарҙан мөлкәт һәм ер пайы бүлеү ҡаралғайны. Балыҡ ҡармаҡлағандағы ише, кешене ылыҡтырыу өсөн ошо пайҙарҙы вәғәҙә иттеләр ҙә инде, йәнәһе, улар тиҙ арала ҙур байлыҡҡа хужа буласаҡ.
Әйтергә кәрәк, был Указ АҠШ-тан килгән консультанттар тарафынан әҙерләнгән булып сыҡты. Бына минең алда Вашингтонда баҫылып сыҡҡан “Рәсәйҙә ерҙе хосусилаштырыу һәм ауыл хужалығы предприятиеларын үҙгәртеп ҡороу” тигән китап ята. Ерҙе хосусилаштырыу буйынса бик ентекле инструкциялар йыйынтығы ул. (Ҡарап сыҡтым, ысынлап та, бик фәһемле китап – беҙҙең дәүләт органдарына ла американдарҙан өйрәнергә кәрәк: ғәҙәттә, беҙҙә яңы ҡабул ителгән закондар йыш ҡына атҡарыу меха­низмдарының булмауы йә ябай халыҡҡа аңлашылмауы арҡаһында ҡағыҙҙа ғына ҡала. Ә бында бөтә нәмә аңла­йышлы, бәйнә-бәйнә итеп бирелгән. Федераль власть кимәленән башлап иң ябай кешегә тиклем һәр бер аҙым тәфсирләп яҙылған. – И.Ғ.). Инеш һүҙҙе Чубайс әйткән. Шуныһы ҡыҙыҡ: “Вашингтон обкомы” тигән төшөнсә уйҙырма булмаған. Реформалар башлыса АҠШ диктаты аҫтында алып барылған. Иң ғәжәбе — американдар пай системаһын беҙгә индерһә лә, үҙҙәрендә ул бөтөнләй юҡ, башлыса эре хужалыҡтар ойошторолған.
Республиканың был өлкәләге үҙаллы сәйәсәте Федераль үҙәктә ҡәтғи ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, әлбиттә. Әммә Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация был мәсьәләлә беҙҙе яҡланы һәм һаҡланы. Бер нәмәгә лә ҡарамай, үҙ позициябыҙҙа ҡалырға тырыштыҡ. 1995 йылдың 17 декабрендә Дәүләт Думаһына һайлау үтте. Референдумда ер мәсьәләһенә ҡағылышлы һорау ҙа булды. Унда Башҡортостан халҡы ауыл хужалығы ерҙәрен һатыу-һатмау мәсьәләһенә ҡағылышлы үҙ фекерен әйтергә тейеш ине. Йәшермәйем, халыҡ араһында “ауыл хужалығына ер баҙарын булдырыу ғына ярҙам итәсәк” тигән пропаганда алып барылды. Референдумда республика халҡының 82 проценты ҡатнашты, тауыш биреүсе­ләрҙең 84 проценты беҙҙең позицияны яҡланы. Халыҡтың ышанысы Федераль үҙәк алып барған “сәйәсәт”те 2005 йылға тиклем кисектерергә мөмкинлек бирҙе. Миңә Рәсәй Хөкүмәте кимәлендәге кәңәшмәлә сығыш яһарға тура килде. “Беҙҙең республика халҡы һеҙҙең реформаларға өлгөрөп етмәгән әле, беҙҙең менталитет өсөн был ят нәмә”, — тип аңлатып та маташтым.
Башҡорттарҙа ер бер ҡасан да хосуси милектә булмаған. Хатта 1861 йылдағы ер реформаһы ла батшаның айырым указы буйынса беҙҙә башҡаса үткәрелгән. Уның ҡарауы, Рәсәй Конституцияһында ергә хосуси милек булдырыу ҡаралған тип даими баҫым яһалды. Оҙаҡ тартҡылашҡандан һуң, 2006 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙә лә федераль ҡанундар үҙ көсөнә инде. Конституциянан, “Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы закон”дан “Ергә хосуси милек тыйыла” тигән статьяны алып ташларға тура килде.
— Тарихта ер һатыу осраҡтары булған да инде. Хатта ошо кәсепте байыу сығанағына әйләндергән башҡортто күкьял (ҡуштан) тип тә йөрөткәндәр. Хәйер, уның бер ниндәй ҙә зыяны юҡ түгелме ни? Ер барыбер Башҡортостанда ҡала бит.
— Уныһы шулай. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар бит әле. Бөгөн, әйтәйек, башҡорт халҡы ана шул алып-һатыу арҡаһында башлыса тау-урман, йылға буйҙарында ғына ҡалды, һөрөнтө ерҙәр — ситтәр ҡулында. Иң яҡшы ерҙәрҙән ҡолаҡ ҡаҡҡанбыҙ. Ә ауыл хужалығының төп продукцияһы (80 проценты) һөрөнтө ерҙәр иҫәбенә тура килә лә инде.
— Оҙаҡ йылдар дауамында колхоз-совхоздарҙы һаҡлап алып ҡалыуыбыҙ тураһында күкрәк ҡаҡтыҡ. Хәҙер йыш ҡына бының хата булыуы тураһында ишетергә тура килә. Йәнәһе, күрше төбәктәрҙә ауыл хужалығы алғараҡ китте, унда ерҙе залогка биреп, кредит алыу мөмкинлектәре киңерәк һ.б.
— Рәсәй буйлап күп йөрөргә тура килә. Күреп торам: күрше төбәктәрҙә хәл мөшкөлөрәк. Салауат районында заманында үҙем төҙөткән, Союзда иң ҙурҙарҙан һаналған Мөрсәлим ит комбинаты ла шул хәлдә. Башҡортостан райондарын сағыштырып ҡарағыҙ. Ниндәйҙәре алғы һыҙатта? Тәтешле, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ. Ни өсөн нәҡ улар? Сөнки был төбәктәрҙә колхоз-совхоздарҙы тарҡатманылар. Ә замана шауҡымына эйәреп, башлыса фермерлыҡҡа таянған биләмәләрҙә ауыл хужалығы юҡ кимәлендә.
— Пай мәсьәләһенә килгәндә, һеҙ был алымдың бөгөнгө ауыл хужалығын үҫтереүҙәге әһәмиәтен нисек баһалайһығыҙ? Ышаныстар аҡландымы?
— Иң тәүҙә шуны билдәләргә кәрәк: ер ауыл һәм урман хужалығы өсөн иң төп етештереү сараһы булып тора. Был Рәсәйҙең Ер кодексында ла теркәлгән. Беҙҙәге ер реформаһы уны башлыса тауарға, күсмәй торған милеккә әйләндереүгә генә ҡайтып ҡалды. Бөгөнгө шарттарҙа, элекке бер нисә комбайнды, тракторҙы алмаштырған ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы булғанда, ерҙе пайҙарға бүлеү ахмаҡлыҡ тип иҫәпләйем. “Ямаулы” ерҙә продукция етештереп буламы ни? Иң ҡыҙғанысы — ошо принципты беҙгә көсләп таҡтылар.
— Был бит диверсияға тиң.
— Ысынлап та, Көнбайыш тарафынан ойошторолған диверсия булды. Ер киҫәктәре дәүләткә лә, хужалыҡҡа ла, пайҙың хужаһына ла бер тин дә файҙа килтермәне. Килтермәйәсәк тә. Пай системаһы беҙҙең ауыл хужалығы өсөн юридик тышау кеүек. Бөгөн ерҙе башлыса күсмәй торған милек объектына әйләндерҙеләр. Уның өсөн меңәрләгән штаттан торған махсус орган — Росреестр, Регпалата — булдырылды, ә төп байлығыбыҙ булып торған ауыл хужалығы ерҙәре менән шөғөлләнгән орган – Ер буйынса дәүләт комитеты — туҡтауһыҙ үҙгәрештәр арҡаһында юҡҡа сыҡты. Шунлыҡтан уның функцияһы үтәлмәй ҡала – ерҙең уңдырыш­лы­лығын, тейешле маҡсатта файҙаланы­лыуын күҙәтеп, тикшереп торған “күҙ-ҡолаҡ” юҡ. Бөгөн ер мәсьәләләрен Ер кодексы буйынса хәл итеү урынына Граждандар кодексына һылтаныу өҫтөнлөк алып бара.
Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: бөгөн 100 миллион тонна иген етештерелә, тип маҡтанған булабыҙ, шуның байтағын сит илдәргә оҙатабыҙ. Был, төптән уйлап ҡараһаң, әллә ни һәйбәт түгел. Сөнки беҙҙә малдар һаны ҡырҡа (50 миллион баштан 8 миллионғаса) кәмене. Һөҙөмтәлә, фураж игене экспортҡа китә лә инде. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, ауылда, ем булмағас, күгәрсендәр ҙә бөттө. Мал һаны кәмегәс, баҫыуҙарға тиреҫ тә сығарыу юҡ кимәлендә. Ошоноң арҡаһында тупраҡ, ер деградация хәленә килеп, эшлектән сыға бара. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең 52 меңдән ашыу ауылы юҡҡа сыҡты. Күптәрендә оло йәштәгеләр генә тороп ҡалды. Ерҙә эшләрлек кеше юҡ. Эшләргә теләгәндәре кәрәкле майҙанда ер ала алмай. Яңы техника менән эшкәртеп булған заманда, пай хужаһы көрәк менән соҡонорға тейеш булып сыға. Ерҙе, ул эшкәртелмәгәс, сүп үләне, ағас баҫа. Бер нисә йылдан сит илдәрҙән алып килгән аҙыҡ-түлекте алмаштырыу өсөн ташландыҡ майҙан­дарҙы ағастарҙан таҙартырға тура киләсәк. Йүнле ағас үҫһә, бер хәл — сүп-сары ғына баҫып бара бит. Ә уларҙан ерҙе таҙартыу еңел түгел икәнен яҡшы беләбеҙ. Ҡыҫҡаһы, ер реформаһы Рәсәй ауыл хужалығын тишек кәмәгә ултыртты. Ауыл хужалығын хаҡ диспаритеты ла тамам бөлдөрә. Хужалыҡтарға кредит алыуы ҡыйбатҡа төшә. Ҡулайлаштырыу һылтауы менән ауылдарҙа мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы ябыусылар артты.
—Законда ауыл хужалығы ерҙәрен һатыу тыйылған...
— Эйе, уны тик 49 йылға ҡуртымға алып була. Ә бынан һуң килешеүҙе оҙайтаһың да ҡуяһың. Был ерҙе һатыуҙың йәшерен ысулына тиң. Ер пайҙары ысынында беҙҙең ауыл хужалығы өсөн алтын ялатылған бығау булып сыҡты.
— Ә пайҙарына өмөтләнеп, эш­ләргә тырышып ятҡандарға ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
— Бөгөн ер пайҙары башлыса оло йәштәгеләргә бирелә. Тимәк, үҙҙәре генә уны эшкәртә алмаясаҡ. Һис юғында ҡуртымға бирергә мәжбүр буласаҡтар. Ауыл хужалығында эшләй алырҙай кеше табылһа, уға ерҙе, һис һүҙһеҙ, килешеү нигеҙендә эшкәртергә бирергә кәрәк.
— Ер реформаһы Рәсәй ауыл хужалығын тишек кәмәгә ултыртты, тиһегеҙ. Был хәлдән нисек сығырға һуң?
— Халыҡтың фекерен туплап, фән ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, ниндәйҙер ҡарарға килергә ваҡыт. Владивос­токтағы 60 мең һумлыҡ деликатес ашаған бесәйҙе тикшергәнсе, ер мәсьәләһен, Интернетта булһа ла өйрәнеп, хәл итергә кәрәк. Эштең артабан да былай дауам ителеүе мөмкин түгел. Рәсәй аграрийҙарының съезын үткәреү, килеп тыуған проблеманы референдумға сығарыу – көнүҙәк мәсьә­лә. Бында бер генә кеше хәҡиҡәтте белә алмай. Барлыҡ халыҡ менән һөйләшеп, кәңәшләшеп эшләргә кәрәк.
— Әгәр халыҡ ерҙе дәүләткә биреп, милли байлыҡ тип танырға кәрәк тиһә?
— Был иң яҡшы вариант булыр ине. Йүнләп уйлап бөтөлмәгән реформалар арҡаһында заманға ярашлы ер баҙары ла, ауыл хужалығы ла булдырылманы. Был хәлде ашығыс рәүештә тикшереп, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Донъяның иң күп майҙанын биләгән Рәсәйҙә үҙ ҡулдарыбыҙ менән аслыҡ булдырмаҫ өсөн был көнүҙәк мәсьәләне тиҙерәк хәл итеү зарур.

И. МИҘХӘТОВ әңгәмәләште.




Вернуться назад