Барыһын да сират хәл итә16.01.2015
(К. Ишбулдина, “Йылмайыуҙан донъя йәмләнә”, 2014 йыл, 29 ноябрь)
Үҙенең өс балаһы янына туғандарының ике улын тәрбиәгә алған, урам йыйыштырыусы булып эшләгән Хәмиҙә Игишеваның уңайлы торлаҡ шарттарына мохтажлығы хаҡында ине алда аталған яҙма. Ишле ғаиләнең ихтыяжы буйынса редакция Сибай ҡалаһы хакимиәте менән бәйләнешкә сыҡты һәм түбәндәге аңлатманы алды:
“Игишевтарҙы, ауыр хәлдә ҡалыуҙарын күҙ уңында тотоп, ваҡытлыса торлаҡҡа урынлаштырҙыҡ, аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратҡа баҫырға тәҡдим иттек. 2012 йылдың тәүге яртыһында уҡ Игишевтар Берҙәм исемлеккә индерелгәйне. Сиратһыҙ торлаҡ алыу өсөн нигеҙ булмағас, ғаиләнең мөрәжәғәте үҙ ваҡытында ҡараласаҡ.
Сибай ҡалаһы хакимиәтенең 2014 йылдың 4 авгусында сыҡҡан 1498-се ҡарарына ярашлы, Хәмиҙә Игишева менән әле йәшәгән урын өсөн төҙөлгән килешеү тағы бер йылға оҙайтылды”.
Тимәк, ҙур һәм татыу ғаиләгә сабыр итеп, үҙҙәренең бәхетле сәғәте һуҡҡанын көтөргә генә ҡала.