Һалманы дөрөҫ ҡырҡайыҡ16.01.2015
Республика көнөндә Өфөлә булырға тура килгәйне. Унда беҙҙе бишбармаҡ менән һыйланылар.

Мин аштағы һалманы кемдең, ҡайҙа етештереүе менән ҡыҙыҡһынғас, барыһын да әйтеп, күстәнәскә бер төргәк биреп ҡайтарҙылар. Һуңынан өйҙә бешергәндә шуны абайланым: һалма ысын бишбармаҡ исеменә тап килмәй. Етештергән ойошма ҡамырҙы тейешле формала ҡырҡа алмай икән, тауарҙың атамаһын һалма тип кенә ҡуйһын. Ни өсөн башҡорттарҙың данлы бишбармағын улай мыҫҡылларға?! Беҙҙең яҡта, мәҫәлән, һалманы 20х20 миллиметр­ҙан да кәм ҡырҡмайҙар. Замана техникаһы өшәне йәнең теләгәнсә ҡырҡып, әҙерләп бирә ала.
Ризыҡ етештереүсе предприятие һал­маһына тулы тасуирлама биргән, составы ла мәғлүм, тик шулай ҙа ундағы “Ирекле сертификация” тигән билдә аптырашта ҡалдырҙы. Әллә ошоға таянып һалманы бүтәнсә ҡырҡалармы икән?





Вернуться назад