Иҫкәртеүһеҙ тикшерәсәктәр16.01.2015
“Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәренә ресторандарҙы, магазин, аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларын иҫкәртеүһеҙ тикшереү хоҡуғы бирелде. Әлегә тиклем, законға ярашлы, инспекторҙар үҙҙәренең сәфәре хаҡында кәмендә бер тәүлек алдан иҫкәртергә тейеш ине.
Ведомствоның яңы вәкәләттәре “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына ялған, контрафактлы, сифатһыҙ һәм теркәлмәгән дарыуҙарҙың, медицина әйберҙәрәнең, биологик йәһәттән әүҙем өҫтәмәләрҙең әйләнешенә ҡаршы эш итеү йәһәтенән үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Законға ҡул ҡуйылғандан һуң, йәғни 23 ғинуарҙан ғәмәлгә инә. Инспекторҙар туҡланыу өлкәһе ойошмаларын пландан тыш тикшереүгә тотонасаҡ.
Билдәле булыуынса, был тармаҡта етешһеҙлектәр байтаҡ. Тикшереү үткәреү өсөн ҡулланыусыларҙың ялыу яҙыуы етә. “Роспотребнадзор”, “Росздравнадзор”, шулай уҡ Федераль таможня хеҙмәте етәкселәре тәртип боҙоуҙар тураһында эш ҡуҙғатыу вәкәләтенә эйә. Һуңғы ҡарарҙы суд ҡабул итә.