Сибайҙар – Ҡытайҙа16.01.2015
Сибайҙар – Ҡытайҙа БДУ-ның Сибай институты студенттары үткән йыл аҙағында Ҡытайҙа уҙғарылған “Enactus” халыҡ-ара бизнес-идеялар конкурсында Рәсәй намыҫын яҡлап ҡайтты.

Белем усағында “SIFE” командаһы оҙаҡ йылдар уңышлы эшләй. Уға әле менеджмент кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты Урал Барлыбаев етәкселек итә. Командала – 11 студент. Уларға Ҡытайҙа 36 ил вәкилдәре араһында һынау тоторға тура килгән. Сибайҙар ярышҡа “Ауыл үҫеше”, “Бәхетле әсәйҙәр” һәм “Доффи” тигән проекттар әҙерләп алып барҙы. Тәүгеһендә эшһеҙлек проблемаһынан сығыу юлдары эҙләнһә, икенсеһендә социаль мәсьәләләр күтәрелә, өсөнсөһөндә иһә студенттарға өҫтәмә эш табыу алымдары өйрәтелә. Тап ошо проект күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан да инде.
Рәсәй данын күтәреп ҡайтҡан Сибай институты студенттарына “Афарин!”дан башҡа ни әйтәһең инде?! Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Зиннур Йәрмөхәмәтов етәкселек иткән уҡыу йортоноң исеме алыҫ ҡитғаларҙа таралыуы – милләтебеҙ­ҙең, рес­пуб­ликабыҙҙың ҙур ҡаҙанышы. Бында институт директорының, белем усағы кол­лекти­вының тос өлөшөн баһаламау мөмкин түгел.






Вернуться назад