Яңы дәреслектәр кәрәк16.01.2015
Быйыл Башҡортостанда уҡыусылар туған телде, республика тарихын һәм мәҙәниәтен элекке дәреслектәрҙән өйрәнәсәк. Төбәктәге авторҙар әҙерләгән яңы китаптарҙың береһе лә әлегә федераль ҡануниәт талаптарына яуап бирмәй. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты ултырышында ошо турала һүҙ барҙы.
Әлегә тиклем Рәсәйҙең һәр субъекты төбәк компоненты иҫәпкә алынған дәреслектәр сығарырға хоҡуҡлы ине. Мәғариф тураһындағы яңы федераль законға ярашлы, хәҙер төбәктәр төҙөгән теге йәки был дәреслек Мәскәүҙә мотлаҡ экспертиза үтергә тейеш. Ыңғай ҡарар сығарылған осраҡта ғына ул дәреслектәрҙең федераль исемлегенә индерелә.
– Әле Татарстан менән Хакасия ғына ошо эште башҡара алған, — тине Комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова. — Туған тел һәм әҙәбиәт буйынса Татарстанда — 55, Хакасияла 10 дәреслек бар. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы алдында ошо йәһәттән аныҡ ғәмәлдәр алгоритмын төҙөү бурысы тора.
Нормативҡа ярашлы, мәғариф учреждениеларында 2017 йылға тиклем генә иҫке дәреслектәр буйынса уҡыу рөхсәт ителә.