Иҡтисад эшселәргә мохтаж04.02.2012
Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, әле Рәсәй халҡының 85 проценты балаларын юғары белемле итеп күрергә теләй. Һөҙөмтәлә урта һөнәри белем биреү учреждениеларына уҡырға инеүселәр йылдан-йыл кәмей. Шул уҡ ваҡытта иҡтисадыбыҙ элеккесә юғары квалификациялы эшселәргә һәм белгестәргә мохтаж.
— Ҡырҡыу проблеманы хәл итеү өсөн колледж дипломының баһаһын күтәреү мөһим, — тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов. — Мәктәп, юғары уҡыу йорттары менән һәр саҡ эшләйбеҙ, ә төп эшсе көстө әҙерләүсе урта һөнәри белем биреү гел иғтибарҙан ситтә ҡала. Асылда иһә был учреждениелар юғары мөмкинлеккә эйә. Мәҫәлән, уларҙың араһында “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектының белем биреүҙә яңыса алымдар ҡулланыу буйынса федераль конкурстарында еңеүселәр бар.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, 21 федераль урта һөнәри белем биреү учреждениеһының быйылдан республикаға бирелеүе — ыңғай күренеш. Был эш, әлбиттә, еңел генә бармаған — мөлкәтте тапшырыу, яңы уставты раҫлау, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын түләүҙәге үҙгәрештәрҙә проблемалар булған.
Колледждарҙың артабан үҫеше өсөн шулай уҡ ойошма, предприятиелар менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү зарур. Әле 75 урта һөнәри белем биреү учреждениеһының 45-е генә эш биреүсе ҙур компаниялар менән бәйләнеш булдырған. Ошондай хеҙмәттәшлек алып барыуҙың ыңғай өлгөһө итеп Нефтекама машиналар эшләү колледжы менән Нефтекама автозаводы араһындағы күптәнге бәйләнеште атарға мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта уҡыу йорттары үҙҙәре лә, ситтән ярҙам көтмәйенсә, һөнәри оҫталығын күрһәтеү буйынса эшләргә — яңыса белем биреү программаларын төҙөп, проекттарҙа ҡатнашырға, педагогтарҙың белемен даими күтәрергә, коллективты яңыртып торорға тейеш. Юғиһә йәш уҡытыусыларҙың һаны буйынса республикабыҙ илдә — 47-се, Волга буйы федераль округында һигеҙенсе урында.
Урта һөнәри белем биреү учреждениеларын юғары уҡыу йорттары ҡарамағына күсереү ҙә ыңғай һөҙөмтәгә килтерер ине, тигән фекер ҙә яңғыраны ултырышта. Мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация техник университеты үҙенә бер нисә профилле техникумды алырға әҙер. Шулай ҙа урта һөнәри белем биреү учреждениеларының директорҙары бының менән риза түгел. “Беҙгә эш биреүсе предприятиелар менән бәйләнеш ойоштороу күпкә һәйбәтерәк буласаҡ”, — ти улар.
Рөстәм Хәмитов урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу барышында һәр кемдең фекере иҫәпкә алынырға тейешлеген, был төр мәғариф учреждениеларының етәкселәре менән осрашыуҙарҙы даими үткәреп тороуҙың мөһимлеген билдәләне.
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад