миллион һум кәрәкме?16.01.2015
Быйыл да ауыл еренә эшкә барған табиптар
1 миллион һум аҡса аласаҡ.
Билдәле, төпкөлдәге ауылдарға, эшселәр ҡасабаларына эшкә китергә атлығып торған аҡ халатлылар юҡ тиерлек. Шуға күрә ошо дәртләндереү сараһы уйлап табылғайны ла. Быйыл Башҡортостанға был маҡсатҡа 50 миллион һум бүленәсәк.
Бер тапҡыр түләнгән компенсация ауыл еренә эшкә килеп, республиканың башҡарма органдары менән тейешле килешеү төҙөгән 45 йәшкә тиклемге юғары белемле белгестәргә бирелә.