Торлаҡ өлкәһендәге яңылыҡтар16.01.2015
Башҡортостанда хәҙер капиталь ремонтҡа иғәнәләр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидия күләмен хисаплағанда иҫәпкә алынасаҡ. Республика Хөкүмәте ошондай ҡарар сығарҙы.

Бынан ары капиталь ре­монтҡа мотлаҡ иғәнә түләү ғәмәлгә индерелгәнгә тиклем субсидияға иҫәп тота алма­ған граждандарға дәүләттән матди ярҙам күрһәтелеүе ихтимал. Торлаҡ-коммуналь хеҙ­мәткә түләүгә сығымы ғаиләләге дөйөм килемдең 20 проценттан ашыуын тәш­кил иткән кешеләр субси­дияға дәғүә итә ала. Түләүҙе алыу мәсьәләһе буйынса республиканың Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.



Вернуться назад