Ере барҙың ниңә йыры юҡ?16.01.2015
Ере барҙың ниңә йыры юҡ? Йылдың тәүге эш көнөндә үк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты советы кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибенә үтә лә мөһим мәсьәлә ҡуйылғайны.

Башҡарма комитеттың оҙаҡламай үтәсәк киңәйтелгән ултырышына тикшереүгә ер мәсьәләһе сыға­ры­ласаҡ. Ни өсөн ер пайҙары тейешенсә бүлеп бирелмәй, ниңә халыҡ уларҙан файҙа күрмәй һәм уның булырына ла ышанмай, нилектән иң һәйбәт урындарҙы бүлеп биреүҙә һәм хатта һатыуҙа әшнәлек өҫтөнлөк итә?.. Һорауҙар бик күп. Ер – иң төп бай­лығыбыҙ, ләкин, шундай уңдырышлы майҙандары күп була тороп та, ауылдар бөлә бара, халыҡ ҡалаларға йәки Себергә эшкә китергә тырыша. Нисек итеп ата-бабаларҙан быуаттар аша беҙгә тапшырыла килгән тыуған төйәкте һаҡлап ҡа­лыр­ға, хәҙерге баҙар иҡтисадында уны халыҡҡа хеҙмәт иттерергә – киңәй­телгән ултырышта шул мәсьәлә буйын­са тәҡдимдәр әҙерләү маҡсаты ҡуйыла.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Башҡарма комитеты халыҡ ҡарамағына күп мәсьәләләрҙе тик­шереүгә сыға­расаҡ. Мәҫәлән, белем биреү өлкәһе буйынса тәҡдимдәр әҙер, – тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Баш­ҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев.


Вернуться назад