Баҡыйлыҡҡа китмәҫме Баҡый?14.01.2015
Баҡыйлыҡҡа китмәҫме Баҡый? Белорет районының Баҡый ауылы тарихына 400 йыл самаһы. Ауылда әле утыҙлап йорт бар. Өйҙәр яңы, хужалыҡтар ныҡлы, халыҡ тик башҡорттарҙан тора. Кешеләр, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, үҙ көстәре менән генә йәшәргә күнеккән бында.

Баҡый, үҙенең исеменә ярашлы, мәңгелектер ул. Шулай булмаһа, үтеп сыҡҡыһыҙ тау-урман араһында ниндәй генә ҡатмарлы, ауыр дәүер­ҙәрҙе еңеп, һаман да тормаҫ ине. Хатта электр уты ла был ауылға 1998 йылда ғына килде бит... Бөгөн иһә ауыл халҡын интектергән дөйөм бер бәлә бар. Ул да булһа – юл аҙабы. Ғәмәлдә ауыл­ға илткәнен “юл” тип атау мөмкин түгел. Хатта шул хәлгә күнегеп, бөтә ауырлыҡтарға ла түҙеп өйрәнгән ауыл халҡы, йөрөргә ҡурҡып, уны “ҡот осҡос” ти.
Шул юлһыҙлыҡтан тыуған бәләләрҙе тәфсир­ләп тороу артыҡ. Уны һөйләп килештерерлек тә түгел, барып күрергә кәрәк. Ситтән бер тапҡыр килеп ҡайтҡандар, ҡоттары осоп, башҡа унда юлға сығыуҙан баш тарта. Ауылдан ваҡ-төйәк йомош менән ҡалаға барып ҡайтыу ғына ла оло проблемаға әүерелә. Хатта ат егеп, арба менән дә йөрөп булмай, халыҡтағы булған автотранспорт (УАЗ) шунда йөрөп, ҡыйралып бөткән... Бик ҡыҙғаныс һәм аңлайышһыҙ хәл был. Сөнки бер сирле кеше артынан сит илгә самолет осорғанда, ил уртаһында республикабыҙҙың аҫаба халҡы, ябай ғына бер юлға мохтажлыҡ кисереп, ғүмер буйы ыҙа сигә.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ла илебеҙ ауыр көрсөктә ине. Тик, шуға ҡарамаҫтан, ил башлыҡтарының иғтибары еткәс, Баҡый ауылы­на электр уты уҙғарырға ла, яңы мәктәп һалырға ла аҡсаһы ла, форсаты ла табылды. Хәҙер ки­леп, юлһыҙлыҡ сәбәпле, тотош илдән айырылған был ауыл күрәләтә юҡҡа сығыуға дусар ителгән. Эйе, бөгөнгө заманда юл өҫтөндә торған ауылдар ҙа һүнеп, ер йөҙөнән юғала бара. Әммә ауыл халҡы ялтырап ятҡан асфальт юл төҙөүҙе талап итмәй. Беҙҙәге тауҙарҙа таш-ҡырсын етерлек. Шуны йәйеп, нығытып булмаймы ни?


Юл бәйете

Ауылыма ҡайтып барам,
Вещмешогым арҡамда.
Егәҙенән Баҡый тора
Егерме биш саҡрымда.
Китә барам, китә барам,
Эрзинкә итектәрем.
Баҫҡан һайын эт ҡойоһо
Елмерҙәк итәктәре...
Эх-ма, автобус
Кире боролдо тағы.
Автобусты уҙғармай шул
Баҡый юлы батҡағы...
Килеп еттем бер соҡорға,
Исеме уның Сумған.
Был батҡаҡтарҙан үтәлмаҫ
Хатта танкың – Т-90!
Иҫән билтеренә етһәм,
Трактор батып ултыра!
Тракторсы сумған мәтегә,
Күҙе генә ялтырай!
Баҡый – илдең уртаһында,
Түгел сит-ят ҡитғала.
Юлһыҙ итеп, ҡыр тибелгән,
Әйтерһең, үгәй бала!
Эх-ма! Экскаватор,
Ике трактор, өс “КамАЗ”!..
Был тарафтарға таш юлдар
Һалырҙармы бер заман?!
Эх-ма, тырактыр,
Бер туҡтауһыҙ дырлап тор,
Юл һалмаған түрәләрҙең
Йөрәктәрен тырнап тор!
Эх-ма... Экскаватор,
Ике трактор, өс “КамАЗ”...
Шуны һорап әүлиәгә
Уҡырғамы бер намаҙ?
Йыуанташҡа килеп еттем,
Эләгәм дә йығылам...
Әүлиәнең ҡәберенә
Ултырып доға ҡылам.
“Эх-ма, әүлиәкәй,
Һиңә беҙҙән бер наказ:
Бирһәң ине экскаватор,
Ике трактор, өс “КамАЗ”!
Һаҡалын һыйпап йылмайҙы
Рәхмәтулла әүлиә.
“Доға ҡабул ҡылдым, – тине, –
Баҡый халҡы йәл миңә...
Хоҙай насип итмәйенсә,
Юлдар килеп етмәй ул.
Түрәләр теләһәләр ҙә,
Баҡый халҡы бөтмәй ул!
Баҡый барыбер бөтмәй ул!”


Вернуться назад