Күп һөнәргә өйрәнәләр14.01.2015
Күп һөнәргә өйрәнәләр Былтыр Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек лицейына урындағы ауыл хужалығы техникумы, Әбйәлилдәге 93-сө, Иҫке Собханғолдағы 132-се һөнәрселек училищелары ҡушылып, яңы уҡыу йорто — Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы — барлыҡҡа килде. Директоры итеп Илнур Мырҙагилдин тәғәйенләнде. Ул быға ҡәҙәр Әбйәлилдәге 93-сө һөнәрселек училищеһында эшләгән. Һүҙ — Илнур Морат улына.

— Үҙгәртеп ҡороу эше Башҡортостан Хөкүмәтенең 2013 йылдың 11 ноябрендәге бойороғо нигеҙендә башҡарылды. Уҡыу йортоноң матди-техник хәлен яҡшыртыу, белем биреү сифатын күтәреү ниәте күҙ уңында тотолдо. Һис шикһеҙ, Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы һәм уның филиал­дары­ның республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгенә ауыл хужалығы белгестәре әҙер­ләүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Был уҡыу йорттары бай тарихҡа, үҙенсәлекле тради­ция­ларға эйә. Уларҙа белем алған күп йәштәрҙең артабан үҙ эшенең оҫтаһы, етәк­се булып китеүе билдәле. Белем усаҡта­рының традицияларын артабан да уңышлы дауам итеү, һәләтле белгестәр әҙерләп сығарыу, техник мөмкинлектәрҙе нығытыу, хужалыҡтың эшен яҡшыртыу маҡсатын ҡуйғанбыҙ.
Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы һәм уның филиалдары, төп белгеслектәрҙән тыш, өҫтәмә рәүештә 17 эшсе һөнәре буйынса белгестәр әҙерләй. Бөгөнгө хеҙмәт баҙарында был бик мөһим. Әйтәйек, теләге булған йәш кешегә бер юлы дүрт-биш һөнәр алып сығырға мөмкин. Баймаҡ ауыл хужа­лығы колледжында В, С, Д, Е, Ғ категориялы водитель, тракторсы-машинист, экскаватор, бульдозер машинисы, электрон-иҫәпләү машиналары операторы, иретеп йәбештереү­се, умартасы, электромонтер, ашнаҡсы, икмәк бешереүсе, һатыусы, парикмахер, сәскә үҫтереүсе, йәшелсәсе, автомеханик, теген ҡоролмалары операторы кеүек һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә мөмкин.
Уҡыу йортонда төрлө спорт секциялары, үҙешмәкәр сәнғәт һәм техник ижад түңәрәк­тәре эшләй. Беҙҙең уҡыусылар район, респуб­лика кимәлендәге сараларҙа, кон­курс­­тар­ҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Уларға айына 530 һум стипендия түләнә. Бынан тыш, айырым кате­горияға ингән граждандарға социаль ярҙам да (797 һум) ҡаралған. Колледжда өс тап­ҡыр бушлай ашатыу ойошторолған, мох­таждарға бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡтан урын бирелә. Колледждың хужалығы уҡыу йортон йәшелсә, емеш-еләк, ит, һөт ризыҡ­тары менән тулыһынса тәьмин итә.
Быйыл беҙҙә 1 096 уҡыусы белем ала. Колледжда инвалид йәштәргә лә һөнәр алыу мөмкинлеге бар. IX кластан һуң кил­гәндәргә, II курсты тамамлағас, аттестат бирелә. Был осраҡта БДИ тапшырыу мотлаҡ түгел.
Баймаҡ ауыл хужалығы колледжының Урғаҙалағы филиалы ҡеүәтле матди-техник хәле һәм мөмкинлектәре менән айырылып тора. Республиканың көньяҡ-көнсығыш ра­йондары өсөн меңәрләгән ауыл хужалығы белгесе әҙерләп сығарған был алдынғы уҡыу йортон “кадрҙар тимерлеге” тип атау хата булмаҫ. Унда иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе, ауыл хужалығын механизациялау, ветеринария, производство һәм ауыл хужа­лығы продукцияһын эшкәртеү технологияһы белгеслектәре буйынса уҡыталар. Бынан тыш, 11 өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлеге бар: иретеп йәбештереүсе, тракторсы-машинист, ветеринария санитары, автомобиль водителе, лаборант-микробиолог, умарта­сы, кассир, электрон-иҫәпләү машиналары операторы һ.б. Әйт­кән­дәй, бындай мөмкин­лек көньяҡ-көнсығыш райондарҙың бер уҡыу йортонда ла юҡ.
Урғаҙа филиалында барлыҡ уңайлыҡ­тары булған уҡыу корпусы, ашхана һәм ятаҡ бар. Ундай шарттар менән хатта ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары ла маҡтана алмай. Ятаҡ бүлмәләре һыуытҡыс, телевизор менән тәьмин ителгән. Былтырҙан студенттар бер тапҡыр бушлай туҡлана.
Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы һәм уның филиалдары үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәү өсөн барыһын да эшләй һәм артабан да шулай дауам итәсәк. Бөгөнгө ҡатмарлы заман йәштәргә күп төрлө һөнәргә эйә булыу талабын ҡуя. Ә бының өсөн беҙҙә барлыҡ мөмкинлектәр бар.

Ф. ҮМӘРҒӘЛИНА яҙып алды.





Вернуться назад