Ағас эшенең оҫтаһы ул14.01.2015
Ағас эшенең оҫтаһы ул Хәҙерге көндә ҡайһы бер йәштәрҙән эш юҡ, аҡса етмәй, тормош ауыр тип зарланыуҙы йыш ишетергә тура килә. Шөкөр, араларында юҡты бар итеп, тырышып донъя көткәндәр ҙә етерлек. Ундайҙар һәр көндөң, сәғәт-минуттың ҡәҙерен белеп, эшенән табыш ҡына түгел, күңел йыуанысы ла алып йәшәй.

Ауыл ерендә эшҡыуар булыу өсөн тәү сиратта тәүәккәллек кәрәк, минеңсә. Азамат Нәбиев – тап шундайҙарҙан. Бәлә­кәйҙән ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙамлашып, барлыҡ эштең үҙенсәлеген белеп, күреп үҫә.
Тормош һин тигәнсә генә бармай шул, үҙ талаптарын ҡуя, йәшәү-көнкүрешеңде бөтөнләй икенсе йүнәлешкә бора. Егет армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, уйламағанда-көтмәгәндә атаһы ҡаты ауырып мәрхүм була. Ғәзиз кешеһе ун йыл етәкләгән таҡта ярыу цехын тырыш, үҙ көсөнә ышанған егәрле егет үҙ ҡулына ала...
Бөгөн Ҡатай ауылы эшҡыуарының төҙөлөш материалдарын башлыса ауылдаштары һатып ала. Йәш йүнселдең эше ни өсөн ырамлы бара икән, тиһегеҙме? Беренсенән, Азаматтың үҙ транспорты – тракторҙары, тағылма арбалары бар. Шуға ла таҡтаны заказ биреүселәргә илтеп бирәләр. Икенсенән, тыуған ауылы район үҙәгенән алыҫ түгел, асфальт юл да һалынған. Ә ниндәйҙер документ юллайым тиһә, әсәһенең һөнәре буйынса бухгалтер булыуы иҫәп-хисап эшен еңеләйтә.
– Эшмәкәрлегебеҙҙең төп йүнәлеше – ағас ҡырҡып әҙерләү, таҡта ярыу, бысыу, заказсыларға илтеп биреү, – ти Азамат. Ғөмүмән, йәш эшҡыуар ауылда ла, тирә-яҡта ла халыҡ ышанысын яулап, хеҙмәтенән йәм табып йәшәй.
– Нигеҙҙә, ылыҫлы ағас менән эшләйбеҙ. Урман ҡырҡыу бик мәшәҡәтле шөғөл. Әммә шуның менән бергә табыш та алабыҙ. Әлбиттә, тәү сиратта сифатҡа баҫым яһайбыҙ. Шуға күрә беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ. Проблемалар ҙа етерлек, уларҙы ваҡытында хәл итергә өйрәнергә һәм ялҡауланмаҫҡа кәрәк.
Йәш эшҡыуар өйләнеү, балалар үҫтереү, күберәк эш урындары булдырыу, кешеләргә изгелек ҡылыу кеүек матур хыялдар, маҡсаттар менән йәшәй.






Вернуться назад