Берҙәмлеккә имтихан14.01.2015
Берҙәмлеккә имтихан Былтыр Рәжәп ауыл Советына ингән Яңы Бирҙе менән Үрнәк ауыл Советына ҡараған Күсәкәй ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашырға теләк белдергәйне. Әйткән һүҙ — атҡан уҡ тигәндәй, бергәләшеп был изге эшкә тотондолар. Оло йәштәгеләр яңы ғына ғаилә ҡорғандар менән тормош тәжрибәһен уртаҡлаша. Йәштәр нигеҙ яңырта, милли йолалар, халыҡ шөғөлдәре тергеҙелә.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы комиссияһы ошо төбәктәрҙә булып, урындағы эш менән танышты. Улар икеһе лә районда күпләп мал-тыуар аҫраған, ит етештергән, ҡош-ҡорт үр­сеткән, емеш-еләк, йәшелсә үҫтергән биләмә булараҡ билдәле. Төҙөк урам­дар, заманса материалдарҙан һалынған йорттар, еңел машиналар бында уңған, тырыш халыҡ йәшәүен күрһәтә. Күптәргә үрнәк булырлыҡ татыу ғаиләләр ҙә бихисап. Алдынғы малсы, һауынсы һәм механизатор­ҙар – бөгөн дә иғтибар үҙәгендә. Төп мәктәп, китапхана, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушер­лыҡ пункты кеүек социаль объект­тар бар. Шуныһы һөйөндөрә: ауыл магазинында араҡы, һыра һатыл­май, тимәк, юҡты бушҡа ауҙарып йөрөгәндәр юҡ.
Сәләмәт тормошто пропагандалау эше яҡшы ойошторолған. Һәр ауылда ла тәмәке тартыуға, эске­лек­кә кире мөнәсәбәтте белдергән пла­кат­тар, баннерҙар эленгән. Изге баш­ланғыс ауыл халҡы айыҡ йәшә­һен, балаларыбыҙ эскелекте күрмә­һен, сәләмәт быуын үҫһен тигән яҡ­шы маҡсаттан сығып ойошторол­ған.
Яңы Бирҙе ауылындағы мәҙәниәт йорто тышҡы яҡтан ғына түгел, эсенең матурлығы, гөлдәрҙең күп­леге, ҡул эштәре күргәҙмәһе менән дә һоҡланыу уята. Мәҙәниәт усағы мөдире Рүзилә Нафиҡова – тынғы­һыҙ депутат, ауыл старостаһы, ҡа­тын-ҡыҙҙар советы рәйесе булыу менән бергә, йәне-тәне менән сәнғәт донъяһына мөкиббән кешеләрҙең береһе лә. Олоһо-кесеһе менән ур­таҡ тел табып, йыр, бейеү, театр түңәрәктәренә ылыҡтыра. Ауылдаштары әйтеүенсә, Рүзилә Рәшит ҡыҙы һәләттәргә юл асыусы, мәҙәниәтте алға ебәреүсе лә. Халыҡты берләш­тергән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Моңдар ҡайтһын ауылға”, Ҡорбан байрамы, “Сәскәләр биҙәй донъяны”, “Бәхетле бала саҡ” саралары даими уҙғарыла.
– Халыҡҡа мәсет кәрәк. Балалар дингә тартыла, халҡыбыҙҙың борон­ғо ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлай, ихтирам итә. Дауаны беҙ диндән, әхлаҡлы, иманлы булыуҙан эҙләргә тейешбеҙ, сөнки иманлы кеше араҡы эсмәй, күршеләре менән татыу йәшәй, яуыз ниәтле уйҙарҙан азат, – ти Үрнәк ауыл хакимиәте башлығы Файзидин Хошоков.
Ысынлап та, әле иманға ҡайтыу осоронда йәшәйбеҙ. Шөкөр, хәҙер эсмәгән, тартмаған, тәрбиәле кеше­ләр күбәйгәндән-күбәйә. Сәләмәт тор­мош яҡлы ҡыҙҙар һәм егеттәр барҙа киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө. Ошо матур башланғысты һаҡларға, дауам итергә кәрәк.
Ауыл хакимиәте, мәктәп, китапха­на, клуб хеҙмәткәрҙәре халыҡ ара­һында төрлө тәрбиәүи эш алып бара, йәш быуынды дингә ылыҡтырыу, иҫерткес эсемлектәргә, нарко­мания­ға, тәмәке тартыуға ҡаршы саралар, мәҙәни кисәләр үткәрә. Уҡыусыларҙы спорт секцияларына, төрлө түңәрәк­тәргә йәлеп итеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.
Яңы Бирҙе менән Күсәкәй ауыл­дарының “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуы, беренсе сиратта, үҙ-үҙең­де һынап ҡарау, берҙәмлеккә имтихан да ул. Халыҡтың ошондай яуаплы бәйгелә ҡатнашырға теләк белдереүе – үҙе бер батырлыҡ. Рәжәп менән Үрнәк ауыл Советтарында, ғөмүмән, айыҡлыҡ хәрәкәте бара, конкурста ҡатнашыусыларҙың ла­йыҡ­лы баһа алырына өмөт ҙур.


Вернуться назад