“Мөрйәне...” ҡарағыҙ14.01.2015
16 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11 тула 5 минутта “Рәсәй 1” федераль телеканалындағы “Мосолмандар” тапшырыуында “Башҡортостан” киностудияһының “Мөрйәнән күтәрелә төтөн, берүк һүрелмәһен” документаль фильмын күрһәтәсәктәр.

Фильмды режиссер Вилүрә Иҫән­дәү­ләто­ва төшөргән. Уның темаһы – Баш­ҡорт­остандағы ташландыҡ ауылдар пробле­ма­һы. Фильмдың төп геройы Кин­йәғол Сә­лимгәрәев тыуған ауылына, тыуған еренә тоғ­­ро ҡалып, ярты быуат инде Белорет районындағы ташландыҡ Рәүәт ауылында яңғыҙы көн күрә.
“Мөрйәнән күтәрелә төтөн, бер үк һү­рел­мәһен” Х халыҡ-ара мосолман киноһы фес­тивалендә, Мурманскиҙа үткән “Төньяҡ ха­рактеры” VII халыҡ-ара фестивалендә ҡат­на­шып та өлгөрҙө. Өфөләге “Аҡбуҙат” I ха­лыҡ-ара милли һәм этник кино фести­ва­лен­дә ул “Документаль фильмдың иң яҡшы геройы” призына лайыҡ булды.



Вернуться назад