Ең һыҙғанып эшләргә кәрәк14.01.2015
Республика парламентының яҙғы сессияға эш программаһы 50-нән ашыу закон проектын үҙ эсенә ала. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев даими нигеҙҙә эшләгән депутаттар менән осрашыуҙа профилле комитеттарҙың эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләне.
Ҡала төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре комитетына Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа һәм “Нотариат тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү бурысы йөкмәтелде. Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексын һәм референдумдар тураһындағы айырым закон акттарын ҡараясаҡ. Урындағы үҙидара һәм муниципаль хеҙмәт мәсьәләләрен хоҡуҡи көйләүҙе камиллаштырыуға ла ҙур иғтибар биреләсәк. Константин Толкачев әйтеүенсә, парламентарийҙар үҙ эшендә Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенә нигеҙләнәсәк.
Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Бынан тыш, баш ҡалабыҙҙа ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғарыла. Республика парламентының 2015 йылғы эшмәкәрлегендә ошо мөһим ваҡиғалар сағылыш табасаҡ.