Азамат Ғүмәровҡа ышаныс күрһәтелде14.01.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Азамат Ғүмәровты республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Азамат Ғүмәров 1974 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда “Востокнефтезаводмонтаж” йәмғиәте дирекцияһында иҡтисадсы-финансист булып башлаған. 1996 йылдан 2004 йылға тиклем бүлек белгесенән башлап “Урал-Себер банкы” йәмғиәтенең Башҡортостан дирекцияһында генераль директор урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлы үткән. 2005—2014 йылдарҙа төбәк коммерция банктарындағы етәксе вазифаларында эшләгән.