Йыл үҫәһен көн үҫә14.01.2015
Яңы йылдан сауҙа нөктәләренә ингән һәр кем аҙыҡ-түлеккә хаҡтың һиҙелерлек артыуына ғәжәпләнде. Ана бит, элек йомортҡаның тиҫтәһе уртаса 40 – 50 һум самаһы торһа, хәҙер был хаҡты онот – бөгөн кеҫәңдән 65 – 75 һумыңды сығарып һалырға тура киләсәк. Бәғзе һатып алыусылар асыуын сауҙа хеҙмәткәрҙәренә төшөрә.
– Шул тиклем хаҡты арттырмаһағыҙ!
– Кеше астан ҡырылһын тиһегеҙме әллә?
– Хаҡты беҙ ҡуймайбыҙ, – тип аҡлана улары.
Өҫтәлебеҙҙе икмәкһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Әпәкәйгә лә хаҡтар үҫкәндән-үҫә. Халыҡ эҙләп алған 26 һумлыҡ Ҡырмыҫҡалы икмәге 30 һумға еткән, ә Ҡандраныҡы – 53, “Уңыш” 39 һум тора. Һөт ризыҡтарына ла хаҡ арта төшкән. Йәшелсә лә ҡиммәтләнгән.
И. ХАҠОВ.
Мәйсәрә АҪЫЛҒУЖИНА, пенсионер:
– Бәлки, аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуы бәғзеләр өсөн әллә ни һиҙелмәйҙер ҙә, ә бына беҙҙең кеүек барлы-юҡлы туғыҙ мең һум пенсияға көн иткән өлкән кешеләргә ауыр. Ай һайын фатирға, дарыуҙарға байтаҡ аҡса китә. Гел икмәк, һөт менән генә лә йәшәп булмай, йәшелсә-емеш тә алғы килә.


Вернуться назад