Журналистар бүләкләнде14.01.2015
Һөнәри байрам — Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы “Башинформ” агентлығында былтырғы эш йомғаҡтары буйынса республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.
“Саҡмағош мәғлүмәт үҙәге”нең баш мөхәррире Фәнис Әмирханов, “Инйәр” гәзитенең баш мөхәррире Гөлшат Закирова, “Шаранские просторы” гәзите мөхәррире урынбаҫары Нәфисә Хәйруллина, “Куюргаза” гәзитенең яуаплы секретары Валентина Закурдаеваның хеҙмәте Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһы менән баһаланды.
Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, “Башҡортостан” гәзитенең Мәҙәниәт йылында башҡарған эшенә юғары баһа биреп, баш мөхәррир Нияз Сәлимовҡа министр Әминә Шафиҡованың Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Матбуғат сараларында Мәҙәниәт йылын иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсы еңеүселәре тип “Башинформ” агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы, “Яйыҡ” гәзите танылды. Икенсе урынға Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте, “Истоки”, “Туймазинский вестник”, “Асылыкүл” гәзиттәре лайыҡ булды. “Ашҡаҙар” радиоканалы мөхәррире Урал Ниғмәтуллин, “Аманат” журналы һәм “Сельские огни” гәзите өсөнсө урынды алды.