“Хеҙмәткәрегеҙ үлгән...”14.01.2015
Райондың полиция бүлегенә бер ир шылтыратып: “Ауылдағы күпер аҫтында һеҙҙең хеҙмәткәрегеҙ үлеп ята”, – тип хәбәр итә.
Опертөркөм шунда уҡ хәл булған урынға юллана. Барып етеп, күпер аҫтын ҡараһалар, унда үлгән кәзә малынан башҡа нәмә юҡ икән...
Пинжәкле бәрәс
Ауылдың бер төркөм малай-шалайы һарыҡ көтөргә сыға. Ололар юҡ, шуға ла бер аҙ шаярып алырға булалар: бер бәрәскә, төймәһен элеп тороп, пинжәк кейҙерәләр.
Аптыраған бәрәс көтөүгә саба, башҡа һарыҡ-кәзәләр өркөп, унан да шәберәк, алыҫыраҡ ҡаса. Ә иң ҡыҙығы – пинжәген биргән малай кейемһеҙ ҡалмайым тип, йән-фарман теге бахыр малҡайҙы баҫтыра икән. Иларғамы, көлөргәме бындай хәлдә?! Ахырҙа кәмитсе малайҙар, көтөүҙе пыран-заран туҙҙырған, ә кискеһен ауылдың оло кешеләренән әрләнеп ҡуйған, ти.