Тиҫкәре булһа ла, эскерһеҙ, ихлас14.01.2015
Йыл хужалары бер ҡасан да ярҙам итеүҙән баш тартмай, һуңғы ризығын бүлеп бирергә әҙер. Шуға күрә улар хәйриә, шәфҡәтлелек, ярҙам менән бәйле өлкәләрҙә үҙҙәрен яҡшы тоя.
“Ҡуй” – ысын альтруист, эскерһеҙ, ихлас, итәғәтле, иғтибарлы. Сәләмәт практицизм менән ижади һәләттәрҙе оҫта берләштерә. Был йылда ғалимдар, артистар һәм яҙыусылар күпләп тыуа. “Ҡуй”ҙың иң өнәмәгәне – ваҡытты буш һүҙ һөйләп үткәреү. Ул бөтәһенең дә фани донъя менән генә сикләнеп ҡалмауын яҡшы аңлай, шуға күрә матди байлыҡҡа әллә ни әһәмиәт бирмәй.
Ҡуй йылында тыуғандар ғәҙәти шарттарҙа ғына күндәм күренә. Көсөргәнешлек тыуыу менән тыныслығын юғалталар. Теге йәки был хәлдән ҡәнәғәт түгелдәр икән, һаубуллашып та тормайынса, китеү яғын ҡарайҙар.
Ҡыйыуһыҙлыҡ һәм баҙнатһыҙлыҡ кеүек сифаттар “Ҡуй”ға вазифа баҫҡысынан үрләргә ҡамасаулай. Ул ғүмер буйы камиллыҡҡа ынтыла, шуға күрә үҙенә артыҡ талапсан, ғәмәлдәренә лә, ҡылыҡтарына ла ҡәтғи баһа биреүсән. Был йылда тыуған кешеләр башҡаларҙы тәнҡитләргә ярата, шуға ла дошмандары етерлек. Фекерен ныҡлы яҡлауын күптәр тиҫкәрелек, үҙһүҙлелек тип ҡабул итә.
“Ҡуй”ҙар тормоштоң серле, сәйер яҡтары менән ҡыҙыҡһыныусан. Уларҙы асыш яһарлыҡ эшмәкәрлек өлкәләре йәлеп итә.
Ҡуй йылында тыуған шәхестәр: Александр Пушкин, Юлий Цезарь, Бенито Муссолини, Михаил Горбачев, Айзек Азимов, Сервантес, Астрид Линдгрен, Микеланджело Буонаротти, Иван Бунин, Джон Форд, Эдисон, Михаил Калашников, Анни Жирардо, Джонатан Свифт, Джордж Харрисон, Оноре де Бальзак, Марк Твен, Мик Джаггер, Роберт де Ниро, Жозефина Бонапарт.