Мәскәү кәзәһе Марина14.01.2015
Мәскәү кәзәһе Марина 2015 йылға аяҡ баҫҡанда халыҡ төрлө юрауҙарҙы ла урап үтмәне. Кемдер Кәзә тиҫкәреләнер тип борсолһа, икенселәр йылдың уңышлы булырына ышанды. Ваҡыт барыһын да күрһәтер, шулай ҙа ҡыҙыҡһынып, тиҫтә йылдан ашыу кәзә аҫраған Вәхитовтар йортона юлландыҡ.

Унда көйшәнеп йөрөгән йәш ярымлыҡ малҡайҙы – Маринаны күргәс, шунда уҡ хужаларҙың уңған, бөхтә икәнлеге төҫмөрләнде. Рәсимә апайҙың:
– Мариша, әйҙә, фотоға төшәйек, – тип яғымлы өндәшеүе лә күпте һөйләй. Вәхитовтар кәзә аҫрауға ихлас, башкөллө тотонған. Бесәнде һатып алһалар ҙа, көнөнә кәм тигәндә өс литр һөтлө, ике көнгә бер литр ҡаймаҡлы булыу һис кенә лә насар түгел. Баҙарҙыҡына ҡарағанда үҙең етештергән тауар мең артыҡ!
– Был кәзәне Мәскәүҙән алып ҡайттыҡ: тоҡомо ла әлеге ҡала исеменә бәйле. Йөн-мамыҡҡа һаран булһа ла, беҙҙе аҡ менән туйҙыра. Һөтө ҡуйы, файҙалы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ рәхәтләнеп эсә, сәйгә ҡушабыҙ. Иң мөһиме – малҡайҙар менән уртаҡ тел табырға кәрәк, матур тәрбиәнән тыш, улар менән һөйләшеү ҙә зарур. Һөт кимәле кәзәгә ҡарата йылы мөнәсәбәттән арта, – ти хужабикә. “Тиҫкәре” тигән исем алһа ла, кәзәнән дә яҡшы, аҡыллы мал юҡтыр, күрәһең.
…Әлбиттә, Маринаның юрауҙарын ишетеп булманы. Шулай ҙа уның хужаһына иркәләнеп, ипле көйшәнеүе “Барыһы ла үҙегеҙҙән тора” тигәндәй яңғыраны. Кәзә йылында Вәхитовтар кеүек тырышып эшләгәндә, бер-беребеҙгә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә, иҫән-һау булғанда, һөттәй ҡуйы, аҡтай саф бәхеткә лә өлгәшербеҙ!


Вернуться назад