Нисек мин “енәйәтсе”гә әйләндем14.01.2015
Ҡартая килә хис-тойғо тупаҫлана икән. Йәш саҡта шатланып көтөп алған бай­рамдарҙың да ҡыҙығы юҡ. Хатта Яңы йылға шыршы ла ултыртмайбыҙ, уйынсыҡтар ҙа элмәйбеҙ. Ә бына һуңғы Яңы йыл­ды, үҙем дә һиҙмәҫтән, бик ғәжәйеп ваҡиға менән ҡаршы алдым.

Декабрь аҙағында ғүме­ремдә беренсе тап­ҡыр хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре менән осрашырға тура килде. Был хәл үҙемә бер асыш булды — уларҙың бик ҙур оператив эш башҡарғанлығын аңланым. Бер нәмә килеп тыуһа, тиҙ генә төрлө бүлектәрҙән вәкилдәрҙе саҡыра һалалар икән.
Эш былай булды. Иртәнге сәғәт 8-ҙә парк аша спорт залына китеп барам. Барып етер алдынан юлда ҙур-ҙур шыршылар ятҡанын күрҙем. Уларҙы корпо­ратив кисәләргә ҡуялар­ҙыр, фатирға һыйырлыҡ түгел, тип уйланым. Бер оҙон йөк машинаһы янында торған кешенән һорап, бәләкәй генә (15-20 см) ботаҡ өҙөп алдым, йәнәһе, өйҙә Яңы йылды әҙ булһа ла белдереп, еҫе сығып торор, тип. Бер биш аҙым үтеүем булды, мине ике һиҙгер һаҡсы тотоп та алды, будкаға алып инделәр. Был кедр ултыртырға килтерелгән, тип аңлаттылар. Мин: “Белмәнем, шыршы тип уйланым, ғәфү итегеҙ”, — тинем. “Уларҙы һәр бер әбей өҙә башлаһа... ҡарағай ҡорой”, — тиҙәр.
Ниндәй ҙур енәйәт ҡылғанымды аңланым да ул, ләкин аҡылым менән ҡабул итә алмайым: нисек сәтәкәй бармаҡ йыуанлығындағы ботаҡ өҙөлгәндән шул ҙур ағас ҡорой инде. Декабрҙә ағас ултырталар тип кем уйлаған. Мин өҙгән кеүек ботаҡтар, хатта ҙурыраҡтары ла, машинанан бушатҡан ерҙә, юл буйы тулып ятҡанын һуңынан ғына күрҙем.
Түләргә квитанция яҙырҙар ҙа ебәрерҙәр, тип уйлағайным. Юҡ, өс сәғәт булыштылар. Мине ҡулға алыусы (уны үҙемсә Шариков тип атаным) төрлө хеҙмәттәргә шылтыратып бөттө. Күп хәрби халыҡ килеп тулды. Беҙҙе һәм милекте һаҡлаусылар бик күп икән ул. Башта шәхси һаҡтан биш кенә кеше булһа, унан һуң 15-20-ләп йыйылып китте. Полиция машиналарында киләләр. “Товарищ майор” тигәндәре миңә яҡыныраҡ килеп, йөҙөмә ҡараны ла: “Это что ли преступница?” — тип ирония менән һораны. Фотограф теге ботаҡ төбөн минән эҙләтеп таптырып, фотоға төшөрҙө. Әммә ул фотоға сығырмы икән, тим, сөнки бигерәк бәләкәй. Ботаҡтарҙың үҙен эксперт алып китте, тип аңлаттылар.
Ҡартайған көнөмдә шул тиклем армияны урынынан ҡуҙғатып, ҙур эштәренән айырғаным өсөн миңә оят та, уңайһыҙ ҙа булды. Бер һаҡсынан бәҙрәфкә барырға рөхсәт һораным. Манежға инергә тура килде. Унда таныш спортсылар конвой менән бәҙрәфкә бар­ғанымды ҡарап ҡалды. Бахыр һаҡсыларҙы будканан сығып-сығып үҙемде ҡарап торорға мәжбүр ит­тем. Ул иһә бәләкәй, тынсыу, йөрәгем ҡыҫа башлаһа, һауа һуларға тышҡа сығам. Улар ҙа өшөп керә лә алмашына.
Оҙаҡ тотоуҙарының сәбәбе шунда икән: протокол яҙа торған белгесте көтәләр. Ул сәғәт 11-ҙә килеп етте, маши­наһына ултыртып оҙаҡ ҡына документ тө­ҙөнө. Минән ҡаланы ташлап сыҡмаҫҡа һәм эске эштәр идаралығының беренсе саҡы­рыуын алғас та, килеп күренергә тигән расписка алды. Белекһеҙлегем арҡа­һында оятҡа ҡалдым. Хажға барғанда бер ни ҙә алырға ярамағанын белдем бит инде. “Үлемдән оят көслө”, — ти торғайны әсәйем.
Унда торғанда, эшһеҙлек­тәндер инде, төрлө элекке онотолған ваҡиғалар иҫкә төшә. Һуғыштан һуңғы йыл­дарҙа иген яланында көҙгө һыуыҡта беҙҙе, алты-ете йәшлек ҡыҙҙарҙы, полевод тотоп, итәккә йыйған башаҡтарҙы алды ла сыбыртҡыһының осо менән һуҡҡылап ҡыуҙы. Бы­лар артта ҡалған инде. Хәҙер тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн. Аллаға шөкөр, тип уй­лайым. Протокол яҙғас, мине ҡайтарып ебәрҙеләр. Был “ро­лем” бөткәс, үҙемде эшһеҙ ҡалған кеүек хис иттем. Ҡайтҡас, тәьҫораттарымды эҫе мәлендә яҙа­йым, тип ултырҙым. Шулай итеп, яңы тойғолар менән Яңы йыл ҡар­шылайым. Һаҡ булығыҙ, әхи­рәттәр, минең кеүек оятҡа ҡалмағыҙ.






Вернуться назад