Яңы йыл көнө14.01.2015
Был тиклем дә сихри булыр икән
Яңы йылдың яңы был көнө.
Күктәр беҙгә ырыҫ, бәхет юрап,
Ергә сафлыҡ, паклыҡ бөркөнө.
Ап-аҡ юрғалар ҙа сапҡан төҫлө,
Елеп үтте кеүек аҡ толпар.
Буран эстәрендә Ҡыш бабай ҙа
Күренгәндәй ап-аҡ толопта.
Аҡ бәрәстәр уйнап йөрөй һымаҡ,
Ап-аҡ ҡуйҙар оса һауала.
Ҡош юлынан сыбыртҡыһын үреп,
Ай егете көтөү ҡыуалай.
Йылым тыуа!
Бейә ҡымыҙҙарын
Тотоп сығырғамы ҡаршына?
Елеп үткән ғүмер кеүек, Ҡуйҙар
Ваҡыт тупһаһына ашыға.
Уй етмәҫлек хыялдарға хатта
Алып китер әле Ҡуйыбыҙ!
Баҡсабыҙҙың хәләл емешенә
Үрелергә етһен буйыбыҙ!
Таңым тыуыр!
Яңы йылдың таңы!
Ҡарашында – өмөт нурҙары!
Мин бит беләм, миҙгел, туйҙар өсөн
Ҡосағыңда яҡты йыр барын!