Тормош тәме – татыулыҡта, айыҡлыҡта...14.01.2015
– Туҡһан йәшлек Йомасолтан Хәлитова инәй ул, өйҙә бикле ултыра. Бала-сағаһы юҡ, туған-тыумасаһы ла...
Юлдашыбыҙ Марат Яримов — райондың халыҡты комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәге директоры урынбаҫары. Маҡсатыбыҙ — Ғәлиәк­бәр ауылында йәшәгән инвалидтарҙың тор­мош-көнкүреше менән яҡындан танышыу. Йәнә редакцияға килгән борсоулы хатты тикшереү бурысы ла өҫтә.
Күршеләренең асҡыс килтереп, өйҙө асыуын көтөп алдыҡ. Инәй беҙҙе күптәнге таныштарылай ҡаршы алды, боролорлоҡ та мөмкинлек булмаған өйгә өс кешенең килеп инеүе менән бүлмә тулды ла ҡуйҙы. Оло кеше һәр беребеҙгә урын тәҡдим итә, бик тә һөйләшкеһе, саҡы­рылмаған ҡунаҡтарҙың ниндәй эш менән йөрө­үен белгеһе килә торғандыр инде. Ҡолаҡ ҡатыланғас, һөйләшеп аңлашыуы ҡыйыныраҡ.
Эй, ҡартлыҡ, үҙең көс еткеһеҙ йөктән дә ауырһың шул! Хәтере шәп, күҙе үткер, әммә мейес яғып өй йылытыр, аш-һыу әҙерләр хәле юҡ инәйҙең. Күрше Иҫәнғужиндар ғаиләһе уны тәрбиәләүҙе, ашатып-эсереүҙе, йортон йылы­тыуҙы үҙ өҫтөнә алған.
– Йомасолтан кеүек яңғыҙаҡтар, ярҙамға мохтаждар опека һәм попечителлек органдары, был осраҡта ауыл хакимиәте, яуаплылығында булырға тейеш, — ти Марат Отелло улы, хакимиәт башлығына ҡараш ташлап. — Ҡышҡыһын мейесте ҡыҙыу яғып, янғын сығыу ихтималлығы ла бар, өҫтәүенә өй йоҙаҡлы... — тип иҫкәртергә лә онотманы.
Хеҙмәт ветерандары, элекке уҡытыусылар Хәмдиә менән Мөҙәрис Әхмәтовтар үҙҙәренә ярҙам иткән социаль хеҙмәткәр Гөлназ Әминеваның уңғанлығынан, сослоғонан бик ҡәнә­ғәт. Туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтергән вете­рандарҙың өйө, ҡошсоҡтары атай-әсәй ояһынан осоп сығып таралышҡас, бөтөнләй бушап ҡалған. Марат Отелло улы халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса ла тариф­тарҙың артасағын аңлатты, киләсәктә ниндәй ярҙам төрҙәрен өҫтәү кәрәклеген, ҡайһыһы файҙа­лыраҡ булыуын белеште.
Ауылдағы социаль хеҙмәткәргә “таяҡтың ауырыраҡ башы” төшөүе билдәле инде. Ярай Ғәлиәкбәрҙә һыу үткәргес бар, ә башҡа ауылдарҙа һыуҙы көйәнтәләп ярты саҡрымдан да ташырға тура килә.
Гөлназ 14 ауылдашына төрлө социаль хеҙмәт күрһәтә. “Нимә ҡушһалар, шуны эшләйем: иҙән, һауыт-һаба йыуам, кәрәкһә, магазинға барып киләм, өйгә утын индерәм. Һис тә ҡыйынлығын күрмәйем, эшем үҙемә оҡшай”, – ти уңған ҡыҙ.
– Тормош-көнкүрешебеҙ һәйбәт, зарланыр­лыҡ түгел, – ти Хәмдиә апай. – Ә бына ауылда, магазинда араҡы һатылмаһа ла, эскелектең сәскә атыуы, ата-әсәһенең йыйған мал-мөлкәтен туҙҙырып бөтөп, балаларын йүнләп ҡарамай, кәйеф-сафа ҡорғандар, хатта кәртәләрен яғып өй йылытҡан ир-аттың булыуы йәнде ҡыя...
Мәктәптәрҙең күҙ алдында юҡҡа сыға­рылыуы менән дә килешә алмай ветерандар. “Һуғыш ваҡытымы ни? Дүртенсе кластан һуң баланы әллә ҡайҙа уҡытырға ебәреү эшме? – тип көйөнә улар. – Туғыҙ балабыҙҙың дүртәү­һе – педагог. Рәхәтләнеп тыуған яҡтарында эшләрҙәр ине лә, мәктәптә урын булмағанлыҡтан, Себергә китеп бөттөләр. Киленебеҙ ике юғары белем менән эшһеҙ ултыра”.
Өлкәндәрҙең әйтеүенсә, егәрле, булдыҡлы йәштәр күп ауылда. Уларҙы туплау, республика кимәлендә үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушылыу өсөн өлгөлө лидерҙар, етәкселәр кәрәк. Бөтә ерҙә шау-гөр килеп уҙған “Һау­мыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын уҙғара алмауҙарына ла көйөнә өлкәндәр.
Ә Мөҙәрис ағайҙың күңелен Бөрйән урмандарын ваҡытында һаҡлай алмайынса аяуһыҙ ҡырҡыу һыҙландыра. “Йәштәр өй һалам тиһә, хәҙер ағасҡа сират еткәнен бер нисә йыл көтөргә кәрәк, – ти ул. – Район биләмәһенең 40 процентын биләгән заповедниктарҙы күҙ ҡараһындай һаҡлау өсөн дә ландшафттың үҙгәрмәүе мөһим”.
Беҙҙе юлға саҡырған хат эҙенән II группа инвалиды Рәфис Яманаев йәшәгән йортҡа ла һуғылдыҡ. 11 бала үҫкән ишле ғаиләлә бөгөн ата-әсәһе менән 53 йәшлек Рәфис кенә ҡалған. Өфө ҡалаһынан апаһы ҡустыһының ауыр шарттарҙа йәшәүе, ҡол кеүек эшләүе, йүнле кейем-һалымы булмауы, пенсияһын уға тоттор­мауҙары тураһында әсенеп яҙғайны. Яҙма бик оҙон, ул ата-әсә, туғандар араһындағы ҡырҡыу мөнәсәбәттәргә ныҡ ҡағылғанлыҡтан, һүҙҙе ҡуйыртмаҫҡа булдыҡ. Ҡыҙмаса ҡаршы­лаған Исмәғил ағай менән һөйләшеүҙән фәтүә булмауы ла көн кеүек асыҡ ине, шуға күрә ауылда йәшәгән һәм ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙҙары менән кәңәшләшеүҙе хуп күрҙек. Һәр хәлдә эшсән Рәфисте уларҙың үҙҙәренсә яратыуын, туғандарса ярҙам итергә әҙер тороуын тойҙоҡ. Яңыраҡ Күмертауҙағы апаһының алып ҡайтып, күҙенә операция яһатырға ярҙам итеүе хаҡында Рәфис үҙе кинәнеп һөйләне. Кем менән генә осрашһаң да, уның эшсәнлеген, эскелек менән мауыҡмауын, ярҙамсыллығын телгә алдылар. “Ағай-эне талаша, атҡа менһә — яраша”, тигәндәй, бер ғаиләлә үҫкән туғандарҙың уртаҡ тел табыуына, үпкәләштәрҙе онотоп, атай йортон көткән Рәфистең сәләмәтлеге, яҙмышы хаҡына бер-береһен ғәфү итерҙәр кеүек.
Хат авторы ҡағылған йәнә бер мәсьәлә — бәғзеләрҙең ауылға техник спирт алып ҡайтып таратыуы. Был хаҡта ауыл хакимиәте башлығы ла хәбәрҙар. Участка полицейскийы менән йөрөп сығып та, әлегә был “бизнес”ты туҡта­тырлыҡ көс булмауын Иҙел Әғзәм улы ла йәшермәй. Был афәткә ҡаршы башҡа ерҙәрҙәге кеүек тотош ауыл менән, йәмәғәтселек ярҙамына таянып ҡына көрәшергә мөмкинлеген аңлағандар Ғәлиәкбәрҙә етерлек. “Айыҡ ауыл” бәйгеһе шуға этәргес була алмаҫ инеме ни?
Матур тәбиғәт ҡосағына сумып ултырған, сабыр холоҡло, егәрле халҡы менән дан тотҡан, йәшәү өсөн уңайлыҡтары — газы, һыу үткә­р­гесе, туғыҙ йыллыҡ мәктәпле ауылдың һәр яҡтан өлгөлө төбәк буласағына уңайлы шарттар бар.






Вернуться назад