Артыҡ ял файҙаға түгел14.01.2015
Оҙайлы байрам көндәре тамам. Эшкә тотонорға ваҡыт. Хоккейсылар ҙа боҙға сыҡты.
Яңы йыл алдынан иһә юлаевсылар Европала Шпенглер кубогына ярышта ҡатнашты. Финалда еңелеп ҡуйҙылар. Етмәһә, быйылғы тәүге КХЛ матчтарында ла – “Металлург”ҡа, “Барыҫ”ҡа ҡаршы – уңышһыҙлыҡҡа осранылар. Уйындарында тағы көрсөкмө?
...Тәбиғәт көйһөҙләнеп тороуға ҡарамаҫтан, “Өфө-Арена” шығырым тулы ине тиерлек. Әлеге ваҡытта Гагарин кубогы хужаһы – Силәбе өлкәһе хоккейсылары ниндәй һабаҡ бирер беҙҙекеләргә? Аһ, ни булған был маҡтаулы уйынсыларға? Әллә уларға артыҡ ял ҡамасауланымы, әллә яҡташтарыбыҙ, етте отолорға, тип ғәрләндеме – “Салауат Юлаев” күршеләрҙе “туҡмаҡ ашатып” ҡайтарҙы (3:2). Буран тимәй, боҙ һарайына килгән көйәрмәндәрҙең күңеле булды.
Хәҙер сиратта – Ҡазан. Матч алдынан яҡташтарыбыҙҙы тәүге тапҡыр чемпион бейеклегенә күтәргән баш тренер Сергей Михалев Рәсәй хоккейының Дан залына ҡабул ителде. Уға исемле йөҙөк менән свитер тапшырылды. Арена данлыҡлы белгесте аяғөҫтө алҡышланы. Тимәк, был көндә еңелергә һис ярамай.
Шөкөр, шулай булды ла. Ул реактив тиҙлек, ул сәм, ул ғәйрәт! Күҙ ҡыуана, күңел йырлай. Меңәрләгән көйәрмән бер тауыштан ҡысҡыра. Биллаһи, яратам ошондай мәлде!
5:3 – еңеү! Эш көнөндә арыуым һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Ярай әле өйгә ҡайтып китмәгәнмен, тип ҡыуанам...