Дәүерҙе хурламайыҡ14.01.2015
Эй заманды һүгәбеҙ: ул былай, ул тегеләй, аяуһыҙ, ауыр, имеш... Бер уйлап ҡараһаң, ул бит эшләп ашарға өйрәтә. Ана, күрше Ямал апай 80 йәштән уҙһа ла, мәшәҡәттән бушамай, 40 сутый баҡсаһынан сыҡмай тиерлек. Бәрәңге төбө гөл кеүек, берәй сүп үләне табырмын тимә. “Хеҙмәт ҡанды тарата, һаулыҡ хеҙмәт ярата” тип, бер көн түтәл араһында ятҡанын күреп, аптырап киттем. Ҡартлыҡ ғәләмәтелер, яңылыша башлағандыр, ахыры, ҡарсыҡ, тип уйланым.

– Артығын тырышып ташла­ған­мын, ахыры. Картуфты ике мәртәбә ҡул менән күмгәйнем. Әмирикә ҡуңыҙын ҡул менән йыям. Күрәләтә ағыу ашап булмай бит инде. Аҙ ғына хәрәкәтләнмәһәң, сир-сор йәбешергә генә тора, — тип ике түтәл араһына йәйгән таҡтаға ятҡан килеш кишер утарға тотондо ул.
Элек, колхоз бар саҡта, әзмә­үерҙәй ир-егеттәр иртәнге сәғәт 11-гә ауыл уртаһына йыйыла ла, төшкө ашҡа ҡәҙәр тәмәке көйрәтеп, эш юҡлыҡҡа һылтанып, таралышыр ине. Хеҙмәт хаҡы көн иҫәбенә ҡарап тү­ләнгәс, ваҡыт уҙҙы, сабата туҙҙы тип йөрөүселәр аҙ булманы.
Хәҙерге заман уңғандарҙы, йүн­селдәрҙе, булдыҡлыларҙы та­лап итә. Күҙең күрһә, аяғың атлаһа, ике ҡулыңа эш етерлек. Әҙерҙе көтөп ултырмаҫҡа кәрәк. Ямал апайҙан үрнәк алығыҙ. “Ҡартайҙым, әҙерҙе генә ашаһам да ярар”, тип ултырмай ул.
Заман, дәүер үҙенсәлектәре эш һөйгән кешегә ҡамасауламай. Үткән заманда ла, хәҙергеһендә лә, килә­сәгендә лә хеҙмәттән башҡа йә­шәүҙе күҙ алдына килтереп булмай. Ни өсөн борондан килгән ҡанун­дарҙы, йолаларҙы һанға һуҡмаҫҡа? “Иҫәнләшеү модала түгел”, — тип аптыратҡайны берәү. Әҙәп-әхлаҡ һәм хеҙмәттең йәмғиәт нигеҙе икәнен онотоп ебәрәбеҙ. Заман — ул бит үҙебеҙ. Шуға күрә уны яманлау, тел тейҙереү, минеңсә, урынһыҙ.
***
Әйтелгәндәргә өҫтәп, Еҙем-Ҡа­ран тормошонан бер генә миҫал килтермәксемен.
Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһы табибы һорауыма шулай яуап ҡай­тарҙы:
– Дауахана эргәһендә “Ашығыс ярҙам”дың эшләмәү сәбәбе – фельдшерҙар юҡлығында.
– Элекке хеҙмәткәрҙәр эшһеҙ ята бит, – тип аптырайым. – Ниңә уларҙы саҡырмаҫҡа?
Өндәшмәне. Ысынлап та, элекке фельдшерҙарҙың береһен эштән китергә мәжбүр иткәндәр. Бөгөндән кире килергә әҙер. Икенсеһенең дә теләге, дәрте ҙур. Ә ҡалғандар өй­ҙәрендә эш көтөп ята. Шулай бул­ғас, “Ашығыс ярҙам”дың ҡасан ауырыу­ҙарға ашығасағы ла билдәһеҙ.





Вернуться назад