Нур ҡалдырҙы хозур тамаша14.01.2015
Бишауыл-Уңғар ауылындағы “Хәлифә” мәсете хаҡ динебеҙгә битараф булмаған барлыҡ халыҡты изге Мәүлит байрамына йыйҙы. Гөрләп торған сара күңелдә оло кинәнес тыуҙырҙы.
Ауылдың хөрмәтле ағинәйе Флүрә Заһиҙуллина, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөнә арналған тантананы асып, мосолман ҡәрҙәштәрен ҡотланы, йөрәктәрҙә яҡтылыҡ нурҙары йәйелә барыуына ҡыуанысын белдерҙе. Иман булғанда донъялар – имен, тормошобоҙ етеш булыр, арабыҙҙа татыулыҡ хөкөм һөрөр, яман ғәҙәттәр урап үтер тигән матур фекерҙәр ҙә яңғыраны.
Изге рухлы тамаша дауамында Ҡасидә уҡылды. Дилә Кучумова, Ғәйшә Искәндәрова, Сәлиха Солтангилдина әйткән салауат, мөнәжәттәр һәр кемдең күңеленә үтеп инде. Мөнәзәһә Арыҫланова, Мәрйәм Насирова мәрхүмдәргә бағышлап Ҡөрьән аяты уҡығас, туған-тыумаса рухына хәйерҙәр таратылды.
Рәйфә Искәндәрованың байрам хөрмәтенә бешергән тәмле былауы ла, өҫтәлдәге башҡа һый-ниғмәт тә киләсәктә имен, бәрәкәтле тормошта йәшәргә насип итһен, ерҙә инсафлыҡ тантана итһен тигән мәғәнә төҫөн алды. Осрашыуға матур теләк, изге ниәт менән килгән ауылдаштар артабан да бергә хаҡ юлдан барырға тигән уй менән таралышты.