Кемдер, ниһайәт, тиер, кемгәлер етмәй ҙә ҡалғандыр — нисек кенә булмаһын, Яңы йыл байрамдары тамамланды. Быйыл инде унынсы тапҡыр бөтә ил халҡы ун бер көн дауамында (!) байрам итте. Ҡыш уртаһындағы оҙайлы ялға беҙҙең халыҡ ниндәй мөнәсәбәттә икән? Сания ӨМӨТБАЕВА, Өфө ҡалаһы: — Ялҡытты! Нисек үткәреп ебәрергә белмәй аҙапландым. Телевизорҙы күрге лә килмәй, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөп тә арыным. Аҙнанан ашыу өйҙә ятып күп ашала, эшкә, тышҡа бик сыҡмағас, хәрәкәт кәмей. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кеҫәгә лә һуға. Балаларҙың киноға, кафеға йөрөгөһө килә, ә байрам осоронда уларҙың хаҡтары күтәрелә, аҙыҡ-түлек тә тап ошо ваҡытта ҡиммәтләнеүсән. Ғинуарҙың яртыһын тиерлек өйҙә үткәргәс, эш хаҡы ла бик ҙур булмаҫ, ахырыһы.
Альбина СОЛТАНОВА, Шишмә районы:— Ялы булғас, уны файҙалы итеп үткәрерлек аҡсаһын да бирһендәр ине ул. Юҡһа, хеҙмәт хаҡыңдың яртыһынан күбен коммуналь хеҙмәттәргә, бурыстарға таратып бөтәһең дә, ун көн буйы ҡайҙа барып бәрелергә белмәй, баш ватаһың. Турбазаға сығып китер инең, аҡса юҡ, балалар менән рәхәтләнеп кино, театрға йөрөргә лә әлеге шул финанс ҡытлығы ҡамасаулай.
Ришат ИСЛАМҒОЛОВ, Ишембай районы:— Был ял көндәренең бер өлөшөн май айына, Яҙ һәм Хеҙмәт, Еңеү байрамдары осорона күсерһәләр, ҡайһылай отошло булыр ине. Исмаһам, бер-ике көн артығыраҡ ял итеп, баҡсамда эштәремде түңәрәкләй торор инем. Йәй көнө бөтөнләй ял әҙ, шунда күсерһәләр, вәт күрер инек файҙаһын! Ә ҡыш уртаһында өйҙә тик ятыуҙан бер фәтүә лә күрмәйем. Беҙҙең халыҡҡа артыҡ ял итеү зыянға ғына бит ул. Нарколог, травматолог һәм башҡа табиптарға эш арта. Ауылыбыҙҙа ун көн эсендә дүрт кеше вафат булды... Сама белмәйбеҙ шул.
Рәмилә СӘЛИМОВА, Сибай ҡалаһы:— Ял көндәре, байрамдар ни тиклем күберәк, шунса яҡшыраҡ тип иҫәпләйем. Ун көн бит ярты отпускка тиң! Әйҙә, рәхәтләнеп ял ит кенә. Үҙем, мәҫәлән, ошо осорҙа берәй сит илгә йәки ҡалаға барып ял итеүҙе хуп күрәм. 2 ғинуарҙа Мысырға осҡайныҡ, 9-ында әйләнеп тә ҡайттыҡ. Отпуск та сарыф ителмәне, эҫе ҡояш аҫтында ҡыҙынып күңел дә күтәрелде. Был көндәрҙе шатланып көтөп алам. Ә ҡайһы берәүҙәрҙең “артыҡ ял кәрәкмәй, кеше күпләп ҡырыла, бәлә-ҡаза арта” тигәненә яуабым шул: яуаплы булығыҙ һәм сама белегеҙ!
Ильяс МОРАТОВ, Салауат ҡалаһы:— Кемгә нисектер, әммә минең өсөн был — бик тә “емешле” осор. Магазин менән кафе тотам. Яңы йыл алдынан һәм унан һуң сауҙа йәнле бара, аҙыҡ-түлек, эсемлектәр бөтәһенә лә кәрәк. Ә кафеға нимә эшләргә белмәй йонсоған йәштәр күп килә. Тәбиғи, байрам ваҡытында магазинда ла, кафела ла хаҡтар юғарыраҡ. Шулай булғас, байрамдар ваҡытында беҙгә ял юҡ.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.