Һаҡ булығыҙ: чеклы инвестиция фондтары!04.02.2012
Редакцияға хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса хаттарҙың күпләп килеүен иҫәпкә алып, бер йүнәлештәге һорауҙарға дөйөм яуап бирергә ҡарар иттек. Мөрәжәғәттәр менән шул уҡ юрисыбыҙ Таһир Мансуров шөғөлләнә. Бәйләнеш тә шул килеш ҡала: һорау@mail.ru электрон йәшнигенә йә иһә, редакцияның почта адресы буйынса хат яҙып ебәрергә, һис юғында телефон аша дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (8(347) 272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Уҡыусыларыбыҙҙан килгән һорауҙарҙың байтаҡ өлөшө чеклы инвестиция фондтарының эшмәкәрлегенә бәйле. Ҡасандыр халыҡҡа акциялар һатҡан был ойошмалар тарафынан алданғандарҙың байтағы хәҙер, “янған” аҡса өсөн ниндәйҙер юл менән компенсация алып булмаҫмы, тип өмөтләнә.
Туҡһанынсы йылдар башында Рәсәйҙең миллиондарса гражданы йылдар буйы йыйып барған аҡсаһын үҙ ихтыяры менән финанс компанияларына тапшырҙы. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул фирмаларҙың күпселегендә халыҡ аҡсаһын йәлеп итеүгә дәүләт тарафынан бирелгән лицензия ла булмаған. Финанс пирамидалары вкладтар буйынса ҙур килем вәғәҙә итте, әммә клиенттары менән иҫәпләшергә ашыҡманы. Шаҡтай ҙур милек йыйғандан һуң был компаниялар эшмәкәрлеген туҡтатты, ә етәкселәре бөтөнләй юҡ булды. Һөҙөмтәлә күптәр хәләл аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡты, тиҙ байыу өмөтөнән дә ваз кисте. Шул саҡтарҙа Рәсәйҙең инвестиция институттарына ышаныс ныҡ ҡаҡшаны, шуға ла ил сәнәғәте үҫеү һәм яңырыу өсөн талап ителгән сығымдарҙы йәлеп итә алманы.
1995 йылдың 18 ноябрендә Рәсәй Президенты “Вкладсыларҙың һәм акционерҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҡайһы бер саралар тураһында” 1157-се Указға ҡул ҡуйҙы. Уның буйынса федераль кимәлдә вкладсылар һәм акционерҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы йәмғиәт-дәүләт фонды булдырылды. Был фонд тәү сиратта пай, инвестиция фондтарының һәм халыҡтан ваучерҙар алған башҡа ойошмаларҙың вкладсыларына компенсация түләү өсөн тәғәйенләнгән.
Беҙҙә иһә вкладсыларҙың һәм акционерҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Башҡортостан республика йәмәғәт-дәүләт фонды эшләй. Генераль директоры — Владимир Ильич Зонин, адресы-450077, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 37-се йорт. (347) 273-98-95 телефоны буйынса шылтыратырға була. Компенсация алыу өсөн ошо фондҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Шуныһын да иҫегеҙҙә тотоғоҙ: компенсация бөтәһенә лә түләнмәй! Федераль фондтың исемлегендә булған компанияларҙың ғына вкладсылары һәм акционерҙары аҡсаға өмөт итә ала. Мин әле исемлектән республикала теркәлгән ойошмаларҙың ни бары өсәүһен таптым. Улар — ТОО “МИФ”, АОЗТ БСТСБ “Нефть и продукты ее переработки” һәм ТОО “Аполлон и К”. Әгәр аҡсағыҙҙы һалған компания был исемлектә юҡ икән, тимәк, һеҙгә компенсация түләүҙән баш тартасаҡтар. Шуны ла иҫтә тотоғоҙ: бер ни тиклем ваҡыттан исемлектең үҙгәреүе лә мөмкин. Шуға күрә иң яҡшыһы — фондҡа үҙегеҙҙең мөрәжәғәт итеүегеҙ.
Тағы ла бер шарт: компенсация Рәсәй Федерацияһы граждандарына ғына түләнә. Шулай уҡ мираҫсыларҙың да уны алыуға хоҡуғы бар. Компенсация күләмен Федераль фондтың советы хәл итә, һәм ул һумдың деноминацияһын иҫәпкә алып эшләнә.
Беҙгә килгән хаттарҙа авторҙарҙың күбеһе “Альфа-Капитал” чеклы инвестиция фонды һәм “Восток” фонды буйынса һорауҙар юллай. Быға яуап итеп Таһир Мансуров түбәндәгеләрҙе хәбәр итте.
“Альфа-Капитал” чеклы инвестиция фонды “Альфа-Капитал” ҡушма инвестицияларҙың интерваллы пай инвестиция фондына (ИПИФСИ) әйләндерелгән. Уның эшмәкәрлеген ойоштороуҙы “Альфа-Капитал” идара компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Мәғлүмәт үҙәге лә булдырылған. Халыҡ-ара кимәлдә түләүһеҙ шылтыратыу өсөн телефон: 8-800-200-28-28.
“Альфа-Капитал”да үҙегеҙҙең исемле ҡиммәтле ҡағыҙығыҙ булған инвестиция пайына эйәһегеҙ. Уның буйынса дивидендтар күсерелмәй һәм түләнмәй. Килемдең пайҙарҙы һатып алғанда ғына булыуы мөмкин. Пайҙарҙы түләп алыу һәм урынлаштырыу йылына ике тапҡыр ойошторола. (1 — 14 апрелдә һәм 10 — 23 октябрҙә).
Был фондтың реестрын тотоусы — “Иркол” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте. Пайсылар реестрынан күпме пай ҡаралғанлығын дәлилләүсе белешмә алыр өсөн ойошмаға “105066, Мәскәү ҡалаһы, Нижняя Красносельская урамы, 35-се йорт, 1-се корпус” адресы буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Почта адресы: 107078, Мәскәү ҡалаһы, 70-се абонент йәшниге. Телефон: (495) 632-90-90.
“Восток” фондына килгәндә, ул “Восток” хосусилаштырыуҙың махсуслаштырылған инвестиция фонды” асыҡ типтағы акционерҙар йәмғиәте булараҡ барлыҡҡа килгән. Артабан “Восток” фонды” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, унан һуң “Урал-Себер фонды” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә (“УралСиб” компаниялар төркөмө менән бутамағыҙ) һәм аҙаҡ “Оҙайлы сроклы һаҡланмалар фонды” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә әйләнгән. Был ойошма 2008 йылдың 8 октябрендә юҡҡа сығарылған һәм юридик ойошмаларҙың Берҙәм дәүләт реестрынан төшөрөп ҡалдырылған.
Әлфиә ӘЙҮПОВА әҙерләне.


Вернуться назад