Тетрәндерҙе Париж һәләкәте13.01.2015
Пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә карикатура баҫтырған “Charlie Hebdo” сатирик журналы редакцияһына ике кешенең һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә Париж ҡалаһында тиҫтәнән ашыу ғүмер өҙөлдө.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡорбандарҙың туғандары, яҡындары кисергән ауыр ҡайғыны уртаҡлаша. “Тотош донъяны тетрәткән был аяуһыҙ террор акцияһы хаҡында ҡурҡыныс хәбәрҙе Рәсәй мосолмандары бик ауыр ҡабул итте”, – тиелә рәсми мөрәжәғәттә.
Үҙәк диниә назараты терроризмдың һәр төрлө сығанағына ҡаршы ҡаты торасағы хаҡында белдерә һәм халыҡты был яуызлыҡҡа ҡаршы көрәштә берҙәм булырға саҡыра.
Ғүмәр САФИН, хаҡлы ялдағы уҡытыусы:
– Үҙҙәрен юғары мәҙәниәтле йәмғиәт тип иҫәпләгән Мәғрип кешеләре һуңғы йылдарҙа бигерәк хаттин ашып китте шул: ир менән ирҙең, ҡатын менән ҡатындың “ғаилә” ҡороуын ҡануниәт нигеҙендә рөхсәт иттеләр, ә йәмәғәт урындарында намаҙ уҡыуҙы, гүзәл зат вәкилдәренә пәрәнжә ябынып йөрөүҙе тыйҙылар – һис бер ҡалыпҡа һыймаҫлыҡ күренеш. Улар “демократия” тип атаған нәмә барыбыҙҙы ла һәләкәткә алып бара, сөнки рухиәтте емереүгә, халыҡты аҙҙырыуға ҡоролған! Пәйғәмбәргә карикатура яһаусыларҙың маҡсаты ни булды икән? Минеңсә, сәйәси технологтар эшләтә быны: мосолмандарҙы юрый ярһытып, нефткә бай Ислам дәүләттәренә ҡаршы һуғышты көсәйтергә сәбәп сығарырға тырышалар. Хәҙер бит донъя – капиталистар ҡулында, улар өсөн башҡалар ни тиклем аҙыраҡ һәм наҙаныраҡ булһа, шунса яҡшыраҡ.