Ҡәләмдәшебеҙ тураһында уйлағанда күҙ алдымда талғын аҡҡан йылға хасил булғандай. Тәрән һәм киң даръялар шулай ҡабаланмай-ҡарһаланмай, сабыр ғына ағыусан…
Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуып үҫкән Рәлис Ураҙғоловтың ғүмер “үҙәне” лә ошо ағымды хәтерләтә. Тыныс холҡонда, уйсан ҡарашында, башҡарған эштәрендә талғын йылғаларҙың тәрәнлеге тойола. Ул шауламай ғына “ағыр-ағыр” ҙа йөрәк тетрәткес роман яҙып ташлар йә хикәйәләр китабын тәҡдим итер. Ә инде Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Xоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты булған дуҫыбыҙҙың гәзит-журналдарҙа донъя күргән үткер-үткер мәҡәләләре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.– Рәлис, һин – юл кешеһе. Башҡортостанды ғына түгел, сит өлкәләрҙе лә гиҙеп сыҡтың. Өфөнән бер ни тиклем алыҫлыҡта ятҡан ауылыңдан оҙаҡ йылдар буйына йөрөп эшләйһең, командировкаларҙан бушамайһың. Ә прозаик өсөн күберәк ултырырға кәрәк. Ижадыңа юл ҡамасауламаймы?
– Мин юлһыҙ йәшәй алмайым. Нәҡ шулай ғына кешеләр менән танышаһың. Аҙ ғына сәфәр сыҡмай торһам, үҙемә урын тапмай башлайым. Кем әйтмешләй, бер өйрәнгәс, юл адреналин бирә. Ә ултырыуға килгәндә, төн бар. Уның ике сәғәте лә етә. Был прозаға ғына түгел, публицистикаға ла, ябай гәзит мәҡәләһенә лә ҡағыла. Бер ҡасан да көндөҙ ҡулға ҡәләм тотҡан юҡ, тиһәң дә була. Тик бик кәрәк әйберҙе яҙғанда ғына…
– Һинең “Аслыҡ” романыңды уҡыусылар яратып ҡабул итте. Китапханасылар тарафынан “Йылдың иң уҡымлы китабы” тип тә нарыҡланды. Әҫәрҙең дауамын яҙырға уйың бармы?
– Уй бар, әлбиттә, яҙғы килә. Уның дауамы булырмы, башҡамы – әле Бөйөк Ватан һуғышы тураһында әҫәр өсөн материал йыям. Шунан һуң, берәй әйбер яҙам тип ҡағыҙға текләп ултырып булмай бит. Ижадта әҫәрҙе планлаштырып, график буйынса эшләү мөмкин түгел. Уның остоғо ғына тыуҙы икән, һин уны йә ҡағыҙға төшөрәһең, йә… онотаһың.
– Тиҙҙән яңы китабың баҫылып сыға тип ишеткәйнем…
– Эйе. Ул “Әй, ғүмер юлдары” тип атала. “Оҫта” повесы, тиҫтәләгән хикәйә ингән. Хикәйәләрҙең яңылары ла бар, үҙемә оҡшаған элек яҙылғандарын да бирҙем. Ҡалғанын уҡыусы баһалар…
– Биш бала тәрбиәләп үҫтерҙегеҙ. Бөгөнгө көндә бер-ике бала менән сикләнгән йәштәргә нимә тиер инең?
– Күптәр замана ауырлығына һылтана. Әле бала табып үҫтереп ҡарамаған, ә зарлана. Тормош яҡшырғанын көтөп торһаң, Хоҙай биргән йәшең үтеп китеүе бар. Кәрәк “маршрут”ты көтөп йөрөргә ул автобус түгел дәһә, һәр нәмәнең – үҙ ваҡыты. Замана шул тиклем ауырмы ни? Ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнгәнгә ҡарағанда, һылтау табыуы еңелерәк бит. Беҙҙең арала һоҡланғыс йәштәр бик күп: эшләйҙәр ҙә, емертеп донъя ла көтәләр, бала ла үҫтерәләр. Бирелгән һорауға яуапты ана шундайҙарҙың йәшәү өлгөһөндә табырға мөмкин…
– Хәҙер яҙыусылар заманы түгел, тип әйтеүселәр бар. Ысынлап та, гонорар бик бәләкәй, китап уҡыусылар һаны кәмей…
– Яҙыусы һүҙе ниндәй заманда ла мөһим булып ҡала. Бөтә кеше лә китапҡа сат йәбешергә тейеш түгел, минеңсә. Китап бит ул серен эҙләнгәндәргә, ҡыҙыҡһыныусыларға ғына аса. Ә ундайҙар һирәк булһа ла бар. Бөгөн рухи байлыҡҡа ҡарағанда матди байлыҡты өҫтөн ҡуйғандар күберәктер ҙә, бәлки. Ләкин уныһы ваҡытлыса ғына. Ҡасан булһа ла кеше йән тыныслығы эҙләй башлай. Ә рухи аҙыҡты ижадсылар ғына бирергә һәләтле. Ҡайһы саҡ үҙҙәрен күпмелер кимәлдә ҡорбан итеп булһа ла…
Салауат ӘБҮЗӘРОВ
әңгәмәләште.