Ҡәйнә менән килендең 31 йыл буйы иңгә-иң терәп, бер-береһе менән аңлашып, татыу йәшәүе, үкенескә ҡаршы, һирәк күренеш.
Разия инәйҙең, килене Миңлефияны үҙ ҡыҙындай күреп, уның егәрлелегенә, алсаҡлығына һоҡланып: “Бөтә кешенең дә килене шулай булһа ине ул”, — тип әйтеүендә тәрән мәғәнә ята. 87-се йәшкә аяҡ баҫҡан ағинәй әле лә зирәклеген, уйын-көлкөгә әүәҫлеген, тапҡыр һүҙлелеген юғалтмаған. Ғүмер буйы колхозда эшләп, ире менән дүрт баланы тәрбиәләп үҫтергән. Иренең вафатына утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән инде. Әле улы Нәзир Баймөхәмәтовтың ғаиләһендә, ейәндәренең һөйөнөстәрен уртаҡлашып, донъяның именлегенә, көндән-көн яҡшыға үҙгәреүенә ҡыуанып йәшәй инәй. “Ҡәйнә һүҙе беҙҙә тәүге урында, — ти Миңлефия. — Балаларҙы тәрбиәләүҙә лә уның кәңәшенә, ярҙамына таяндым”.
Килен — ҡәйнә тупрағынан тигәндәй, Разия инәй татыулыҡ серен беҙгә лә систе: “Икебеҙ ҙә бер һүҙҙе һөйләйбеҙ килен менән. Нәзирҙе лә берҙәй яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, кәрәкһә, үҙе булмағанда тәнҡитләп тә алғылайбыҙ. Ғаилә ағасының олоно ир кеше бит, уны бергәләп хәстәрләйбеҙ. Улымды әрме хеҙмәтенән көтөп алған кешене нисек үҙ итмәйһең? Дөрөҫ һайлаған киленде улым”.