Шәжәрә — балалар өсөн09.01.2015
84 йәшлек Рауил Фәтхи улын йортонда тап итеүе ҡыйын. Өйҙәгеләр, ғәҙәттә: “Ҡалаға сығып киткәйне, берәйһен осратып һөйләшеп торалыр”, — ти. Ысынлап та, Бөрөлә ул — билдәле шәхес.
Стәрлебаш районының Йомағужа ауылында тыуып үҫкән Рауил Байморатовтың билдәле нефтсе булып китерен кем күҙаллаһын инде?! Элек бик һирәк ауыл малайына ғына уҡыу тәтегән бит. Ә бына уға бәхет йылмая: Өфө нефть институтын тамамлағас, Бөрө геология-эҙләнеү контораһының баш инженеры итеп тәғәйенләнә. Бар тырышлығын, дәртен ошо эшкә бирә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ятмай. 82 йәшенәсә Көнбайыш Себер, Рәсәй нефтселәренең ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара.
Әммә был да иң мөһиме түгел. Бөрө яҡтарын төрлө милләт кешеләре төйәк иткән. Башҡорттар аҙыраҡ булһа ла, уларға, айырыуса Рауил Фәтхи улына ихтирам менән, хатта бер аҙ көнләшеберәк тә ҡарайҙар. Ни өсөнмө? Сөнки халҡыбыҙҙың бик күркәм бер үҙенсәлеге бар: улар зат-ырыуының шәжәрәһен белә. Ә үҙенең тамырҙарын онотмаған милләттең үлемһеҙ икәнлеге ап-асыҡ. Рауил Фәтхи улы ла шәжәрәһен төҙөгән. Уны һәр ерҙә ғорурланып күрһәтеп йөрөй. Олатаһының ҡустылары, атаһының ағаһы Динисламдың ярҙамы тейә был эштә.
— 13 нөсхәлә ине шәжәрәбеҙ, барыһы ла таралып бөттө. Гәзит, телевидение хәбәрселәре лә йыш ҡыҙыҡһынды нәҫел тамырҙарым менән. Иң мөһиме — улдарымда һаҡланһа, шул еткән. Шәжәрә балалар өсөн бит ул, — ти аҡһаҡал.
Әйткәндәй, Рауил Фәтхи улының тоҡомон дүрт уҙаман дауам итә. Өлкәне Илдар — Краснодар крайында, Ильяс Ырымбурҙа йәшәһә, кеселәре Булат менән Азамат Бөрөлә төпләнгән. Был турала геройыбыҙ шаяртып та алды:
— Байморатовтарҙың шәжәрәһен төҙөгәндә шуға иғтибар иттем: бөтәһендә лә етешәр-һигеҙәр бала, миндә генә иң аҙы икән.
Аҙ булһын — үҙ булһын, тигән әйтемде хәтергә төшөрөргә генә ҡала. Кинйә Байморатовтар ҙа — яҡташтарына төрлө хеҙмәт күрһәткән абруйлы эшҡыуарҙар. Ә Рауил Фәтхи улы, нәҫелен дауам иткән улдары менән ғорурланып, үҙе лә өлгөлө тормош алып бара. Йорто янындағы баҡсала булышырға ла, осрашыуҙарға йөрөргә лә, гәзит-журнал уҡырға ла өлгөрә. Беҙҙең “Башҡортостан” гәзитенең дә күптәнге дуҫы ул.
— Бына күҙлек кеймәйенсә лә яҡшы күрәм әле, — тип ваҡ ҡына хәрефтәренә хәтлем уҡып та күрһәтте һүҙ аҙағында шаян әңгәмәсебеҙ.