Йөҙ менән боролайыҡ09.01.2015
Райондың ветерандар һәм инвалидтар ойошмаһы рәйесе Зәки Ғилман улының үҙ хәстәре, үҙ мәшәҡәте. Халыҡ-ара инвалидтар көнөн лайыҡлы үткәреү, шау-шыулы олоғара тантаналар булмаған хәлдә лә, ошо категорияға ҡарағандарға иғтибар күрһәтеү, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, сәй табындары янында әңгәмәләр ойоштороу уйы менән яна ине ул. Барыһын да аҡса хәл иткән осорҙа төп көс ауыл хакимиәте башлыҡтары, эшҡыуарҙар иңенә төшәсәк инде.
– Бөтә предприятиеларҙа ла ветерандар ойошмаһы юҡлығы эште ойоштороуға ныҡ ҡамасаулай, айырыуса элекке леспромхоз хеҙмәткәрҙәре үпкә белдерә, — ти рәйес. — Йыл һайын декабрь башында район вәкилдәре, ауылдарға сығып, инвалидтар менән осраша, хәл-әхүәлен, проблемаларын өйрәнә. Уларҙы борсоған төп мәсьәлә — медицина хеҙмәтенән тейешенсә файҙалана алмау. Льготаға эйә булғандар социаль пакет буйынса кәрәкле дарыуҙы ала алмай йонсой. Кемде күрһәң дә шул уҡ хәбәр, шул уҡ проблема.
Бына яңыраҡ 1935 йылғыларҙы диспансерлаштырыуға йәлеп иттеләр. Бер ҡараһаң, бик яҡшы сара кеүек. Әммә уның формаль, күҙ буяу өсөн генә үткәрелгәнен аңлағандан һуң йән көйә. Һинең ниндәй сир менән интегеүең дә, ниндәй дауаға мохтажлығың да ҡыҙыҡһындырмай табиптарҙы. Барыһы ла кемдер уйлап тапҡан стандарт буйынса башҡарыла. Барҙыҡ, күрендек, әммә бер ниндәй дауа билдәләнмәне, кәңәш-төңәш ишетмәнек. Бөтәһе лә юғары даирәләргә отчет биреү өсөн генә эшләнгәндәй.
Сағыштырыу өсөн Белореттағы район-ара дауахана табиптарының эшмәкәрлеген миҫалға килтерер инем: асыҡ йөҙ менән ҡаршы алалар, ниндәй сирҙән яфаланыуыңды ишетеп, төрлө анализ бирҙертеп, тейешле дауаһын билдәләйҙәр. Әммә һәр кем Белоретҡа йөрөп дауалана алмай бит. Үҙебеҙҙәге дауаханаларҙы һаҡларға, матди базаһын нығытыу хәстәрлеген күрергә кәрәк. Медицина хеҙмәтенә ҡытлыҡ булғанлыҡтан, һәр кем үҙ йүнен үҙе күрергә тырыша, хатта халыҡ Күгәрсен районының үҙәге Мораҡҡа дауаланырға йөрөй.
Заманында мәктәп директоры, район хакимиәтендә белгес, Мәғариф министрлығында инспектор булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветеранына тыныс ҡына тормош тәтемәй әле. Ҡурсалауға мохтаж инвалидтарға матди ярҙам күрһәтеү өсөн юғары инстанцияларға хаттар яҙа, аҡсаны ваҡытында күсермәгән Белореттағы Һаҡлыҡ банкы бүлексәһе менән дәғүәләшә, отчет-һайлау йыйылышы үткәрергә әҙерләнә.
– Донъя матур, тик уның йәмен битарафтар, вайымһыҙҙар ебәрә. Апрель айында матди ярҙам һорап яҙған хаттарға яуап килгәнсе, йылы хәбәр, хәстәрлек көткән инвалидыбыҙ яҡты донъя менән хушлашырға өлгөрҙө. Ошондай үкенесле хәлдәр тормошта булмаһа ине. Ветерандарыбыҙ олораҡ хөрмәткә лайыҡ, уларға йөҙ менән боролайыҡ, — ти ойошма рәйесе Зәки Сәғитов.