Өфөнө иң яҡшы ҡала итергә теләһәк, ҡала Советында фекерҙәштәр командаһы һаҡланырға тейеш04.02.2012
Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса етди аҙымдар яһала, был йәһәттән Өфөгә айырыуса иҫәп тотола. Һуңғы бер-ике йылда ошо йүнәлеште үҫтереүгә ҡоролған бизнес-пландар ифрат күбәйеп китте. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов әлеге мәсьәләгә ҙур иғтибар бирә. Улай ғына ла түгел, аныҡ талаптар ҙа ҡуя. “Республика етәкселеге Өфөнө Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалалары иҫәбенә индереү өсөн тырыша, — ти Рөстәм Зәки улы. — Уның үҫеш мөмкинлектәре шаҡтай ҙур, был өҫтөнлөктәрҙе баш ҡала халҡының йәшәү сифатын күтәреү хаҡына тулыраҡ файҙаланырға тейешбеҙ”.
Әммә бығаса Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһына иғтибар етеңкерәмәне. Ә бит Өфөлә ҡунаҡтарға күрһәтерлек нәмә күп. Ҡазанда булған саҡта бер көнөбөҙ тулыһынса экскурсияға бағышланды. Беҙҙә лә бит күренекле яҙыусы, йырсылар күп йәшәгән, ижад иткән һәм туҡталып киткән. Улар тураһында белеү туристарға ғына түгел, үҙебеҙгә лә бик ҡыҙыҡлы булыр ине. Ғөмүмән, Өфөнөң тарихын тағы ла нығыраҡ өйрәнергә, мәғлүмәттәр менән “ҡоралланырға”, бик билдәле булмағандарын асыҡларға, дәлилләргә һәм дөйөм бер туристик маршрут булдырырға кәрәк. Бынан тыш, ҡалабыҙ тарихи йәһәттән генә ҡыҙыҡһындырмай бит. Йылдың-йылы Өфөлә яңы биналар үҫә, матур-матур торлаҡ йорттар төҙөлә.
Йәйәүлеләр өсөн урам булдырыу — айырым иғтибарҙы талап иткән мәсьәлә. Мәскәүҙәге Арбат бар донъяға билдәле. Илебеҙҙең баш ҡалаһына килеүселәр унда булып китеүҙе ҙур мәртәбә һанай. Рәсәйҙең башҡа ҙур ҡалаларының да һәр береһендә тиерлек шундай урамдар бар. Ә Өфө ни ере менән кәм? Ниңә беҙҙә һаман шуны эшләй алмайҙар? Ғәҙәттә, бындай урамдарҙы ҡаланың тарихи үҙәгендә, магазиндар һәм туҡланыу урындары күп булған ерҙә эшләйҙәр. Халыҡ унда автомобилдәрҙән ял итә, иркенләп күңел аса, балалары уйнай.
Өфөлә йәйәүлеләр өсөн урам булдырыу тураһында уйламанылар түгел, уйланылар, әммә һөҙөмтә генә юҡ. Юлдарҙың тығыҙлығына һылтаныу ҙа дөрөҫ түгел кеүек. Минеңсә, Ленин урамы буйлап Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрынан алып “Нефтсе” мәҙәниәт һарайына йәки Милли йәштәр театрына тиклемге араны йәйәүле урамға әйләндергәндә, ҡайһылай яҡшы булыр ине! Был тирә ысынлап та ҡаланың тарихи үҙәгенә тура килә. Унда зиннәтле магазиндар, ресторандар урынлашҡан, театрҙар, мәҙәниәт һарайы, кинотеатр ҙа бар. Ә автомобилдәргә килгәндә — еңел машиналарға күптән инде Салауат Юлаев проспектынан йөрөп өйрәнергә ваҡыт.
Ленин урамын үҙгәртеү килеп сыҡмай икән, Мостай Кәрим урамы ни яғы менән хөрт? Шулай уҡ үҙәктә урынлашҡан, тарихи биналары, магазиндары бар. Әҙерәк ипкә килтереп, уны йәйәүлеләргә ҡулайлаштырғанда, һәйбәт булыр ине. Һуңғы арала күпләп ҡырҡылған йүкәләр урынына яңыларын да ултыртып сыҡҡанда... Бер кемгә лә ҡамасауламай, күңел күтәреп үҫерҙәр ине.
Ҡайҙа ғына булмаһын, шундай урамды булдырыу — кәрәкле һәм өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ҡала халҡы тилмереп көтә ошо хаҡтағы ҡарарҙы. Туристарҙы ҡыҙыҡһындырыу, сувенирҙар һатыу өсөн яҡшы мөмкинлек тә булыр ине. Баш ҡала ҡунаҡтары ҡайҙан барып иҫтәлекле бүләк алырға белмәй урам ҡыҙырып, баш ҡатырып йөрөмәҫ ине.
Ғөмүмән, Өфө хакимиәтенең яңы етәкселегенә, ҡала Советының яңы депутаттарына уйланырға урын бар кеүек. Яңыраҡ баш ҡала Советында 2012 — 2014 йылдарға үҫеш программаһы ҡабул ителде, ул бик етди үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тота. Яңы спорт ҡоролмалары, сауҙа үҙәктәре, ял итеү урындары, һәйкәлдәр, ер өҫтөнән үтеүсе тимер юл, көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөү хаҡында һүҙ бара. Был киләсәктә Өфөлә донъя кимәлендәге сараларҙы ойоштороу мөмкинлеген арттырасаҡ.
Быларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, 4 марттағы һайлау һөҙөмтәләре менән тығыҙ бәйләнгән. Үҫеш программаһын тормошҡа ашырыуҙа уны ҡабул иткән депутаттар әүҙем ҡатнашмаһа, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеүе ауыр буласаҡ. Ғөмүмән, Президент Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәре менән әйткәндә, ғәмәлдәге ҡала Советында фекерҙәштәр командаһы тупланған, артабан да власть структураларында ошо күренеш һаҡланырға тейеш. Алда торған мөһим бурыстарҙы уртаҡ маҡсат менән янған, үҙ-ара килешеп эшләгән шәхестәр генә лайыҡлы үтәп сыға аласаҡ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад