2014 йыл беҙҙең ғаилә өсөн бик иҫтәлекле булды: атай-әсәйебеҙ Саймә менән Рәшит Фәйзуллиндарҙың иңгә-иң терәп, бергә татыу ғүмер итеүенә 60 йыл тулыуҙы билдәләнек. Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың Ҡотлау хаты менән бүләген алып та һөйөндө улар.60 йыл бергә... Бәхетле ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шул уҡ ваҡытта йәмғиәткә тоғро хеҙмәт итеп, гәүһәр туйға етеү өсөн күпме сабырлыҡ һәм түҙемлек, мөхәббәт һәм йылылыҡ кәрәк! Йыр һүҙҙәре менән әйткәндә: “Үҙегеҙ ҙә алтын булмаһағыҙ, бындай туйҙар булыр инеме?”
Атай-әсәйебеҙгә 2012 йылдың 8 июлендә районда тәүгеләрҙән булып, Рәсәй Хөкүмәтенең “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” орденын да тапшырҙылар. Яратышып ғаилә ҡороу ғына етмәй, ошо усаҡты һүндермәйенсә һаҡлап ҡала белгән, йәмғиәтебеҙгә лайыҡлы балалар үҫтергән, хеҙмәттә тир түккән, шәхси ихатаһын тәртиптә тотҡан ғаиләләргә бирелә бындай оло награда.
Атай-әсәйебеҙҙең бала сағынан алып йәшлек йылдарына тиклемге осор ҙа гел бергә үтә. Береһе — Арҡауыл, икенсеһе Күҫәләр ауылында тыуып үҫеп, Арҡауыл мәктәбендә бер класта уҡып, Өфөгә бәхет эҙләп, белем алыу маҡсатында сығып китәләр.
Һуғыш йылдарында ауыл мәктәбендә физика, математика фәндәре уҡытылмағанға күрә, урта белем алыу тураһында документ бирелмәй уларға. Шуға ла класташтар яңы асылған 9-сы башҡорт мәктәп-интернатында белем ала башлай. Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһының 70 йыллыҡ юбилейы айҡанлы атайыбыҙ мәктәп йылдары тураһындағы йылы иҫтәлектәрен быйыл “Башҡортостан” гәзитендә баҫтырып та сығарҙы. Атай-әсәйебеҙгә хас киң күңеллелек, толерантлыҡ, кешеләр менән аралашыу оҫталығы интернат тәрбиәһенән киләлер ул. Был сифаттарҙы балаларында ла, уҡыусыларында ла тәрбиәләй алдылар.
Рәшит Хужиәхмәт улы — Тимирязев исемендәге педагогия институтының география, Саймә Харис ҡыҙы физика-математика факультетын тамамлай. Төрлө төбәктәрҙә бер йыл эшләгәндән һуң тыуған Арҡауыл мәктәбенә ҡайтып, сәмләнеп, дәртләнеп, баштан-аяҡ хеҙмәткә сумалар. Дәрес биреүсе генә түгел, пропагандист, агитатор, концерт ҡуйыусы, кистәрен ырҙында эшләүсе, колхоз-совхоздарға ярҙамсы ла була ул заман уҡытыусылары.
1954 йылда ғаилә ҡороп, дүрт балаға ғүмер бирәләр. Һәр беребеҙгә юғары белем алырға, оло тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам иттеләр, ти балалары.
Ҡыҙҙары Рәйлә, Лилиә ата-әсәһе кеүек уҡытыусы һөнәрен үҙләштерһә, улдары Ринат – Өфө нефть институтын, Рәүил Башҡортостан дәүләт аграр институтын тамамланы.
Бөгөн һәр беребеҙ ғаиләһе менән матур тормош көтә. Бәхетебеҙ өсөн ҡәҙерлеләребеҙгә рәхмәтебеҙ сикһеҙ, сөнки һәр кем йәшәү программаһын бала саҡтан ала, юҡҡа ғына “бәхетле ғаиләлә генә бәхетле бала үҫә” тимәгәндәрҙер.
Тормош, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхет-шатлыҡтан ғына тормай икән шул. Ҡулайлаштырыу заманында Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөгән энекәшебеҙ Рәүил дүрт йыл элек, бөтәбеҙҙе ҡара ҡайғыға һалып, арабыҙҙан китте... Ҡояш һүнгәндәй булһа ла, атай-әсәйебеҙ һығылып төшмәне, тормошто дауам итергә көс тапты, улының өс балаһына терәк булырға тырышты.
40 йылдан ашыу данлы Арҡауыл урта мәктәбендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан атай-әсәйебеҙ бөгөн — ауылдың абруйлы хеҙмәт ветерандары. Уҡыусылары ла, коллегалары ла, туғандары ла хөрмәт итеп, килеп хәл белешеп йөрөй. Һәр кемде ихлас ҡаршылай ҡәҙерлеләребеҙ. Аҙна һайын ҡайтҡан балаларын, туғыҙ ейән-ейәнсәрен, өс бүлә-бүләсәрен табын ҡороп көтөп тора бәхетле олатай менән өләсәй.
87-се ҡыштарын ҡаршылаған атай-әсәйебеҙ бөгөн бар уңайлыҡтары булған ике ҡатлы йортта үҙаллы донъя көтә, әүҙем тормош алып бара. Телевизорҙан яңылыҡтар, концерт ҡарарға яраталар, гәзит-журналдарҙан өҙөлмәйҙәр. “Башҡортостан”да, “Киске Өфө”лә баҫылған фәһемле мәҡәләләрҙе, файҙалы кәңәштәрҙе беҙҙең өсөн һыҙып, билдәләп ҡуялар хатта. Төрлө ҡайнатмалар әҙерләргә, шифалы үләндәр йыйырға ла әүәҫтәр.
Алдағы көндәрҙә лә тыуған йортобоҙҙо бәхет ҡошо ташламаһын ине. Беҙгә яҡты маяҡ, алтын ҡанат булған ҡәҙерлеләребеҙгә тағы бер тапҡыр сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдереп, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ.