Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә09.01.2015
Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә Хәйбулла оҫталарының “Шәл байрамы”нда төрлө төбәктән килгән маһирҙарҙың ҡул эштәре лә күргәҙмәгә ҡуйылғайны.

Иҫ киткес матур эш өлгөләре янында үҙе­нең милли колоритлы булыуы менән айырылып торған, ҡора­маларға яңыса һулыш биргән әйберҙәргә күҙ һалмайынса үтә алма­ныҡ. Был күргәҙмә Бөрйән ра­йонының Иҫ­ке Собханғол ауылын­да йәшәүсе Рә­­шиҙә Ғиззә­туллинаныҡы бу­лып сыҡты.
– Бәләкәйҙән ҡул эштәре менән булышам, — ти Рәшиҙә Хәйет ҡыҙы. – Хаҡлы ялға сығып, тыуған яғыма ҡайтҡас та мәҙәниәт йортонда ҡорама ҡороу буйынса махсус курс ойош­торҙом. Әлегә 15 ҡатын менән, аҙнаһына ике тапҡыр йыйылып, шөғөлдө таратыу буйынса фекер алышабыҙ, кәңәшләшәбеҙ. Мин ҡораманы яңы технология буйынса эшләү дәрестәрен алып барам, элек өләсәйҙәрҙең нисек ҡорауын барыһы ла белә, әммә донъя күләмендәге заманса яңылыҡтар менән танышыу ҙа кәрәк.
Ысынлап та, киләсәктә Рәшиҙә Ғиззәтул­линаның ҡул эштәре күптәрҙе һоҡ­ландырасаҡ, ғәжәплән­дерәсәк әле. Иң мөһиме — оҫта ағинәй үҙенең бел­гәнен башҡаларға күрһә­тергә, теләгәндәргә өйрә­тергә тип килгән.


Вернуться назад