Бында көн дә – Мәҙәниәт йылы09.01.2015
Бында көн дә  – Мәҙәниәт йылы Урындағы халыҡтың күпселеген эшселәр тәшкил итһә лә, ҡалалағы тормошто мәҙәни сараларҙан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Хакимиәт тарафынан бындай мәсьәләләргә тейешле иғтибар бирелә. Межгорьела ялды, мәҙәни-ижади эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн яҡшы шарттар булдырылған.

— Мәҙәниәт йылында байрамдар, иҫтәлекле осрашыуҙар бермә-бер арт­ҡандыр инде? — тип һорайбыҙ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән.
— Беҙҙә көн дә — Мәҙәниәт йылы. Хакимиәт иғтибарынан, ярҙамынан өҙмәй, халыҡ та дәртле — төрлө саралар ойоштороп ҡына торабыҙ, — ти улар.
Бындағы халыҡ муниципаль ҡара­маҡтағы “Кристалл” һәм “Төҙөүсе” мәҙәниәт йорттарында күңел асыу, ҡала китапханаһына йөрөү мөмкинлегенә эйә, балалар өсөн сәнғәт мәктәбе, шулай уҡ мәктәптән тыш эш үҙәге бар. Әле ике мең­дән ашыу бала түңәрәктәрҙә, студияларҙа һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларындағы секцияларҙа шөғөлләнә.
Ҡаланың ижади ҡеүәте йәмғеһе 52 үҙешмәкәр коллективтың (шуның 22-һе балалар өсөн тәғәйенләнгән) эшмәкәр­легендә сағыла. Ун ике коллектив — “халыҡ”, һигеҙе “өлгөлө” исеменә эйә.
Бында көн дә  – Мәҙәниәт йылыМежгорье Рәсәйҙең һәм Баш­ҡорт­остандың мәҙәниәтен үҫтереү, мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу буйынса дәүләт программаларын тормошҡа ашы­рыуҙа әүҙем ҡатнаша. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт йорттарында ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арналған саралар, фольклор байрамдары, концерттар даими үткәрелә. Быйыл ҡалала, дөйөм алғанда, 732 мәҙәни сара уҙға­рылған, шуларҙың 341-е — балалар өсөн.
Ҡалала ойошторолған туғыҙ башҡорт художество үҙешмәкәр коллективы араһында иң сағыуҙары тип “Зарифа” халыҡ уйын ҡоралдары ансамблен, “Ынйыҡайҙар” балалар фольклор студияһын, “Алтынай” вокаль студияһын, “Нур” балалар халыҡ бейеүҙәре студияһын, думбырасылар ансамблен билдәләп үтергә мөмкин. Был коллективтарҙа 200-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. “Ҡарлуғас” башҡорт театрына, “Дәрт” ҡурайсылар ансамбленә һәм “Илмәш” башҡорт фольклор ансамбленә — “халыҡ”, “Тамыр” театрына “өлгөлө” исеме бирелгән.
Мәғариф учреждениеларының һәр ҡайһыһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары бар. Улар Баш­ҡорт­остандың дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса уҡытыу-методика әсбаптары менән тәьмин ителгән.


Вернуться назад