Һәр кемгә асыҡ йөҙ, асыҡ мөхит09.01.2015
Ҡалала ветерандарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса муниципаль кимәлдәге программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Барлыҡ йүнәлеш һәм саралар аныҡ билдәләнгән.
Күп балалы ғаиләләргә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Әле, республика ҡануниәтенә ярашлы, Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Межгорьелағы территориаль органы күп ғаиләне хәстәрлек менән солғап алған.
Ҡала хакимиәте ҡарамағында ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләре буйынса совет ойошторолған. Уның төп бурысы — предприятие һәм ойошмаларҙың, йәмәғәт берекмәләренең социаль өлкәләге киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү, шул иҫәптән ғаилә проблемаларын иҫкәртеү һәм ауыр хәлдәгеләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу йәһәтенән эшмәкәрлеген көйләү.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының артыуы шарттарында аҙ килемле граждандарға субсидия биреү айырым әһәмиәткә эйә. Былтыр бындай мөмкинлектән 773 ғаилә файҙаланған. Субсидияларҙың дөйөм күләме 15 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
Межгорьела 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән “Асыҡ мөхит” айырым маҡсатлы программаһы ла тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, магазиндарға, дарыуханаларға, “Кристалл” мәҙәниәт йортона пандустар ҡуйылған. Был эш быйыл да дауам итәсәк.
Белеүебеҙсә, Рәсәй Президентының Указына ярашлы, илдә 2009 йылдан алып Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бушлай торлаҡ менән тәьмин ителә. Әле Межгорье биләмәһендәге яугирҙәр, һәләк (вафат) булған һуғыш инвалидтары һәм ветерандарының ғаилә ағзалары тулыһынса торлаҡлы булған.
Шуныһын да билдәләп үтеү кәрәк: ҡалала балалар баҡсаһына сират бөтөнләй юҡ. Өс баҡса ла заманса йыһазландырылған, төҙөкләндерелгән, күҙҙең яуын алып тора. Мәктәпкәсә йәштәге 1400-ҙән ашыу баланың һәр ҡайһыһы ҡурсаулы һәм яҡлаулы.




Вернуться назад