Байрам кәйефе боҙолмаһын09.01.2015
Өфөләге Янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре баҡсасылыҡ йәмғиәттәрендә әленән-әле рейд үткәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыш көнө баҡсала йәшәгән кешеләр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тейешенсә үтәмәй. Һөҙөмтәлә мөлкәткә, кеше ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә етди зыян килә.
Ошо көндәрҙә янғын һағы хеҙмәткәрҙәре “Ағиҙел” баҡсасылыҡ ширҡәтенә рейд ойошторҙо. Сара барышында халыҡҡа инструктаж уҙғарылды, баҡса йорттарындағы мейестәр, электр сымдары тикшерелде, көндәлек тормошта янаған хәүеф хаҡында иҫкәртеү маҡсатында брошюралар таратылды.
Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре алты баҡса участ­каһын ҡарап сыҡты, 14 кешегә инструктаж үткәрҙе.




Вернуться назад