Һаулыҡ эҙләп – “Аҡбуҙат”ҡа09.01.2015
Быйыл республикабыҙҙа данлыҡлы спортсы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фонды “Һаулыҡ эҙләп ат янына” проектын тормошҡа ашыра.
Программа инвалид балаларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелә. Уның өсөн аҡса коммерцияға һәм дәүләткә ҡарамаған ойошмаларға Рәсәй Президенты гранттарын биреүгә асыҡ конкурс йомғаҡтарына ярашлы бүленде. Фондтың идара рәйесе Рима Баталова әйтеүенсә, программаның маҡсаты — мөмкинлеге сикләнгән балаларға иппотерапия менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу.
Сараны Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында үткәрергә ҡарар ителде. ДЦП, аутизм, психик үҫештең тотҡарланыуы, баш мейеһенең органик зарарланыуы, сколиоз, күреү һәләтенең юғалыуы, шулай уҡ неврология сирҙәренән яфаланған балалар күнекмәләргә бушлай йөрөү мөмкинлегенә эйә. Һәр кем өсөн айырым программа, махсус күнекмәләр һайлана.