Теркәү ваҡыты ҡыҫҡара09.01.2015
“Росреестр”ҙа күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү ваҡыты әлегә тиклем 18 көн тәшкил итһә, 31 декабрҙән ун көнгә тиклем ҡыҫҡарҙы.

Күсемһеҙ мөлкәттең дәүләт кадастр иҫәбе, уға хоҡуҡтарҙы һәм уның менән бәйле килешеүҙәрҙе теркәү өлкәһендәге хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу саралары планын үтәү йөҙөнән һәм федераль ҡануниәткә ярашлы, милеккә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе 10 көндә тормошҡа ашырыласаҡ. Был яңылыҡ фатир, баҡса, ер участкалары хужаларына милеккә бәйле мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк.




Вернуться назад