Табипҡа яҙылам тиһәң...09.01.2015
12 ғинуарҙан Өфөлә участка терапевына, педиатрына, теш табибына, акушер-гинекологка яҙылыу өсөн Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнеш үҙәге сафҡа индерелә.
Үҙәк республика халҡына кеҫә телефоны аша белгестәргә ҡабул итеүгә яҙылыу мөмкинлеген бирә. Уның берҙәм номеры — 09383. Кеҫә телефонынан ошо һандарҙы йыйғандан һуң медицина учреждениеһының кодын индерергә кәрәк. Баш ҡала поликлиникалары кодтарының исемлеге менән Өфөнөң сайтында танышырға мөмкин.