Раштыуа байрамы уңайынан09.01.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов православие христиандарын Христос Раштыуаһы менән ҡотланы. Унда былай тиелә:

“Башҡортостандың хөрмәтле православие христиандары! Һеҙҙе ысын күңелдән Христос Раштыуаһы менән ҡотлайым! Күп быуаттар дауамында был яҡты байрам дин әһелдәрен берләштерә, кешеләрҙе изге ғәмәлдәргә этәрә, юғары әхлаҡҡа һәм рухи сығанаҡтарға йәлеп итә. Раштыуа ғаиләләребеҙгә һөйөү, ышаныс һәм татыулыҡ нурын алып килә, быуындар бәйләнешен сағылдыра.
Йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыуҙа, дини татыулыҡты арттырыуҙа Урыҫ Православие Сиркәүенең әһәмиәте йылдан-йыл арта. Төп конфессияларҙың һөҙөмтәле эшмәкәрлеге республикабыҙҙа толерант­лыҡтың, үҙ-ара ихтирамдың һәм тыныслыҡтың бай йолаларын артабан да үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ошо изге Раштыуа көндәрендә күңелдәрегеҙ саф ниәттәр, йылылыҡ һәм яҡшы кәйеф менән һуғарылһын.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет теләйем!”





Вернуться назад