Бәйләнеш күп яҡлы булһын09.01.2015
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының I форум-съезын үткәреү тураһындағы тәҡдимен хупланы.
Был сара ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендә бәләкәй бизнесты йылдам үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең абруйын күтәреү өсөн ҡулай майҙансыҡ буласаҡ.
— Мин илдәр араһындағы бәйләнештәрҙең күп яҡлы булыуын теләйем. Юғары даирәләр араһындағы мөнәсәбәттәр генә түгел, төбәктәр, муниципалитеттар кимәлендә лә хеҙмәттәшлек үҫһен, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ошо форумды ойоштороу йәһәтенән эш башланы ла инде.