Рәшит Назаров исемендәге мәктәп булырмы?09.01.2015
Рәшит Назаров исемендәге мәктәп булырмы? Төрөмбәттәр менән “Башҡортостан” гәзите редакцияһы араһындағы тығыҙ бәйләнеш былтыр яҙ башланғайны. Тәрәндән яралды дуҫлығыбыҙ: ошо ауылда тыуып үҫкән олуғ талант эйәһе Рәшит Назаровтың 70 йыллыҡ юбилейы айҡанлы мәктәп биләмәһендә 70 төп шыршы ултыртып, беҙҙең журналистар шағирҙың аллеяһын булдырғайны. Беҙ шау-гөр килеп өмә үткәрҙек тә киттек, ә йәшел ҡупшыҡайҙарҙы тәрбиәләп тороу уҡытыусылар һәм уҡыусылар иңендә ҡалды. Рәхмәт уларға!

Йыл аҙағында бөйөк шағирыбыҙ төйәгенә йәнә юл төштө. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары нәҡ ошо мәктәпкә семинарға йыйылғайны. Ҡунаҡтар тәүҙә тыуған яҡты өйрәнеү һәм Рәшит Назаров музейҙары менән танышты. Ил төкөрһә, күл була, тиеүҙәре раҫ. Музейға мате­риалдарҙы күмәкләп йыйғандар, шағирҙың шәжәрәһен дә бергәләп эшләгәндәр.
— Мәктәбебеҙгә Рәшит На­заровтың исемен бирһәләр, бик ҙур шатлыҡ булыр ине. Ауыл халҡы менән ошо хаҡта һөйләшеп-кәңәшләштек. Барыһы ла хуплай. Яңы урам барлыҡҡа килһә, уны ла шағирҙың исеме менән атарға уйлайбыҙ, — тип уй-ниәттәре менән уртаҡлашты мәктәп директоры Гөлназ Ильясова. — Рәшит Назаровтың юбилейы уңайынан байтаҡ сара ойошторҙоҡ. Республика кимәлендәге интернет-конкурста ла уҡыусыларыбыҙ һынатманы. Форсаттан файҙаланып, Себерҙә йәшәгән яҡташыбыҙ Марат Янсур улы Ибраҡовҡа рәхмәтебеҙҙе еткерге килә. Ул ҡайтып, Рәшит Назаров иҫтәлегенә көрәшселәр араһында ҙур ярыш ойошторҙо. Балаларҙы шулай өсөнсө тапҡыр шатландырып китте ул. Бынан тыш, тыуған яҡты өйрәнеү музейына матди ярҙам күрһәтеп тора.
Мәктәптә бөгөн 65 уҡыусы белем ала. Шулай ҙа ике ҡатлы бынамын тигән бинаның бер заман бушап ҡалыуы ла ихтимал, сөнки йәштәрҙең күбеһе ауылда ҡалмай, эш юҡлыҡтан ситкә тарала. Әлегә иһә төшөнкөлөккә бирелмәй, уҡыусылар төплө белем алһын өсөн тырыша педагогтар коллективы. Әлеге семинарҙың беҙҙә үтеүе лә балаларҙа туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр, тип ышана улар.
Әйткәндәй, Ауырғазы районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тәүге ярты йыллыҡҡа “Башҡортостан” гәзитенә дәррәү яҙылып, матур өлгө лә күрһәтте.


Вернуться назад