“Олатайҙарымдың орден-миҙалдарын ҡараған һайын тулҡынланам”09.01.2015
“Олатайҙарымдың орден-миҙалдарын ҡараған һайын тулҡынланам” Яңы йыл һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан республика Башлығы “Ветеран Башкортостана” баҫмаһына интервью бирҙе.

— Рөстәм Зәки улы, быйыл бө­төн Рәсәй 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыл­лығын байрам итә. Әлеге ысынбар­лыҡ, шул иҫәптән гео­сәйәси хәл шарт­тарында был дата ниндәй әһә­миәткә эйә?
— Бөйөк Ватан һуғышы Рәсәйҙәге, республикабыҙҙағы һәр ғаиләнең, һәр кешенең яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Кемдер яҡындарын юғалтты, кемдер тырыш хеҙмәте менән Еңеүҙе тәьмин итеп, тылда көс түкте, кемдер, фронттан ҡайтып, ҡанлы алыштар, яу яланында башын һалған полкташтары хаҡындағы иҫтәлекте ғүмер буйы күңел түрендә йөрөттө. Шуға күрә Рәсәй халҡы өсөн был дата ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Әлбиттә, ул шатлыҡлы ла, күп йәһәттән, йырҙа йырланғанса, күҙ йәштәре менән һуғарылған ҡайғылы ла байрам. Ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Илебеҙҙең йәшәүгә хоҡуғын, бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған ысын батырҙар быуыны китеүҙән күңел болоҡһой.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеүҙең 70 йыл­лығын киҫкен халыҡ-ара ҡаршылыҡтар юҫығында байрам итәсәкбеҙ. Көнбайыш илдәр, “демократик ҡиммәттәр”ен беҙгә көсләп тағып, Рәсәйгә тағы ла йәшәргә өйрәтеп маташа. Яңынан-яңы санкциялар уйлап табып, бөтә өлкәләрҙә лә хәлде ҡатмарлаштырып, беҙҙе һындырырға тырышалар. Элекке СССР илдәрендә фашистик элементтар, ветерандарыбыҙ ҡыйрат­ҡандарҙың быуындары баш ҡалҡыта. Евросоюз менән АҠШ быны шым ғына хуплай. Ғәмәлдәре барып сыҡмаҫ, Рәсәй быны күп тапҡыр иҫбатланы.
Тап шуға күрә ҡаһарманлыҡ, рейхстаг өҫтөнә Бөйөк Еңеү байрағын күтәргән һалдаттарҙың батырлығы тураһында иҫтәлекте һаҡлап ҡалыу илебеҙ, республикабыҙ өсөн дәүләт әһә­миә­тендәге мөһим бурыс булып тора. Уларҙың ғәйрәте, ҡайғы-михнәттәргә ҡаршы тороу һәләте, оптимизмы барыбыҙ өсөн дә, айырыуса йәш быуынға өлгө булырға тейеш. Та­ри­хыңды онотоуҙың, һуҡырҙарса Көнбайыш стандарттарына ылығыуҙың нимәгә килтереүен бөгөн Украинала күрәбеҙ.
— Республикала Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек нисек бара?
— Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иң күп йәшәгән төбәктәр иҫәбенә инә. Улар беҙҙә – 81 446 кеше. Республика власының бурысы — байрам атай һәм олатайҙар ҡаһарманлығына торошло булһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү. Бер генә ветеран да, бер генә тыл эшсәне лә онотолмаясаҡ. Сираттағы иҫтәлекле дата алдынан ғына түгел, көндәлек тормошта ла һәр кемгә ҙур ихтирам һәм хәстәрлек күрһәтеләсәк.
Әле республикала Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө, ентекле саралар планы эшләнде. Уны тормошҡа ашырыуға бөтә кимәлдәге власть органдары, йәмәғәт ойошмалары, фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр, спорт учреждениелары йәлеп ителәсәк. Байрамды ойоштороуҙа барыһы ла әүҙем ҡатнашыр тип ышанам. Формаль ҡараш ветерандарға ла, республика етәк­селәренә лә кәрәкмәй. Торлаҡ шарттарын, социаль һәм медицина хеҙмәттәре күрһәтеү сифатын яҡшыртыуҙан алып хәрби-патриотик сараларҙы аҡыллы итеп ойоштороуға тиклем бөтә йүнәлештәр буйынса планға ярашлы эш талап ителә.
— Башҡортостанда ветеран­дар­ҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә бәйле эш нисек бара?
— Был — көн тәртибендәге төп темаларҙың береһе. Ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә федераль ҡаҙнанан күп аҡса бүленә. 2012 йылдан финанслау күләме 4,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Быйыл ғына республикабыҙ субвенциялар рәүе­шендә 746,1 миллион һум алды. Ошо рәүешле беҙ 639 ветерандың торлаҡ мәсьәләһен хәл иттек. Ләкин эш әле бик күп. 1 800-гә яҡын кеше сиратта тора. Башҡортостан киләһе йыл аласаҡ аҡсаға беҙ 1 300 ветеранға ғына торлаҡ сертификаты бирә алабыҙ. Шуға күрә Рәсәй Хөкүмәтенә сиратты тулыһынса бөтөрөү мөмкинлеген биргән өҫтәмә финанслау тураһындағы үтенес менән мөрәжәғәт әҙерләнек.
Бурыс ябай: һәр ветеран яҡшы шарттарҙа йәшәргә тейеш. Тап ветеран, ә башҡа кешеләр түгел. Асылда иһә шундай хәлдәр була: ветеран алған фатирға уның яҡын туғандары йәки бөтөнләй сит кешеләр урынлаша. Улар ололарҙан торлаҡты бүләк итеү йәки һатып алыу-һатыу килешеүен төҙөтә. Шуға күрә ветерандар, уларҙың туғандары менән аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Район хакимиәттәре яғынан да ҡәтғи контроль булдырыу шарт. Ошоға бәйле күрһәтмәләр бирелде.
— Рөстәм Зәки улы, һуңғы йылда торлаҡ өсөн түләүҙең байтаҡҡа артыуы сер түгел. Был тәү сиратта пенсионерҙарҙың, ветерандарҙың хәленә кире йоғонто яһаны. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымды ҡаплау күҙалланамы?
— Был эш әле үк башҡарыла. Йыл һайын 4 миллиард һум самаһы аҡса бүленә, шуның яртыһы тиерлек — республика ҡаҙнаһынан. Аҡса айлыҡ түләүҙәргә, фатир, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡын компенсациялауға йүнәлтелә. Быйыл туғыҙ ай эсендә 15 мең ветеран пенсияһына ҙур ғына өҫтәмә (100 миллион һум самаһы) алды. Ошо рәүешле торлаҡҡа түләү буйынса ветерандар иңенә төшкән ауырлыҡты мөмкин тиклем еңеләйтергә тыры­шабыҙ. Эш артабан да дауам итәсәк.
— Республикала атай-олатай­ҙарҙың ҡаһарман­лығы тураһын­дағы иҫтәлекте һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй эштәр баш­ҡарыла? Еңеүҙең юбилей йылында яңы һәйкәлдәр, мемориалдар асылырмы? Саралар планында ветерандар менән осрашыуҙар, ватан­сылыҡ йүнәле­шендәге башҡа ҡыҙыҡлы ваҡиғалар ҡараламы?
— Әлбиттә, бөтәһе лә планлаштырыла. Ысын геройҙар уҡыусыларға Тыуған илгә һөйөү хаҡында туранан-тура һөйләй икән, бындай ара­лашыуҙың тәрбиәүи һөҙөмтәһе бай­таҡҡа юғарыраҡ, шуға күрә республиканың барлыҡ район-ҡалаларында, һәр мәк­тәптә ошондай осрашыуҙар ойош­тороласаҡ, әлбиттә. Хәрби дан музейҙарында ла эште әүҙем­ләштерәбеҙ. Республика музейы бар. Мәктәп музейҙарында ла эш яйға һалынған. Балаларҙың барыһына ла музейға барырға, танышырға кәрәк.
Эҙәрмән отрядтары эшмәкәрлеген дауам итә. Улар Башҡортостандан ситтә, башҡа төбәктәрҙә, хатта илдәрҙә генә түгел, республикабыҙҙа ла эшләй. Һуғыш осоронда бында эшелондарға тейәп яралыларҙы килтергәндәр, уларҙың күптәрен ҡотҡара алмағандар. Зыяраттар, туғандар ҡәберлектәре байтаҡ. Байрам алдынан ошо объекттарҙы табып, паспорттарын төҙөргә, был эште яңы кимәлгә сығарырға, киң мәғлүмәт сараларын йәлеп итергә кәрәк.
Әлбиттә, барлыҡ обелисктарҙы һәм мемориалдарҙы тәртипкә килтерә­сәкбеҙ. Был эште, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, 2015 йылдың 1 ғинуарына тамамларға тейешбеҙ. Яңы һәйкәлдәр ҙә кәрәк. Әле Мәҙәниәт министрлығы тыл эшсәндәре мемориалының иң яҡшы проектына конкурс иғлан итте. Ул киләһе йыл сентябрҙә Өфөнөң Еңеү паркында асыласаҡ. Был осорҙа республикала Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы уҙғарыласаҡ. Шуға күрә уны асыуҙа дәүләт башлыҡтары ла ҡатнашыр, тип ышанам.
— Бер аҙ үҙегеҙ хаҡында. Еңеү байрамы шәхсән Һеҙҙең өсөн, ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә?
— Һуғыш беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне. Олатайым һуғышта ҡатнашты, 1943 йылда фронттан инвалид булып ҡайтты. Бер нисә яҡын туғаныбыҙ яу яланында һәләк булды. Мин һуғыштан һуң, ил аяҡҡа баҫҡан осорҙа, тыуғанмын. Шул дәүерҙәге барлыҡ ҡайғы-михнәтте лә, фашизмды еңгән илдә йәшәү шатлығын да, бәхетен дә яҡшы хәтерләйем. Еңеү көнөндә хәрби наградаларын таҡҡан фронтовиктарҙан көнләшеүебеҙ иҫтә. Ғаиләм менән олатайҙарымдың орден-миҙалдарын ҡараған һайын, әле лә тулҡынланыу тойғоһо тыуа. Был бөйөк байрам мәңге беҙҙең менән ҡаласаҡ. Ул – минең өсөн дә иң мөһимдәрҙең береһе.
— Беҙҙе һуғыш, хеҙмәт ветерандары, тыл эшсәндәре, Еңеүгә тос өлөш индергән кешеләрҙең барыһы ла уҡый. Яңы йыл уңайынан республика Президентының ҡотлауҙарын һәм йылы һүҙҙәрен улар шатланып ҡабул итер ине.
— Уҙып барған йыл илебеҙ өсөн ныҡлыҡҡа етди һынау булды. Рәсәй кешеһе бөтә ауырлыҡтарҙы башын ғорур тотоп ҡаршыланы. Тормош кәртәләрен үтергә, Ватаныбыҙ менән ғорурланырға, оптимизмға беҙ һеҙҙән — һуғыш михнәттәрен үтеп, ҡанлы алыштарҙа илебеҙҙең бойондороҡ­һоҙлоғон һаҡлап ҡалған ветеран­дарҙан, тыл эшсәндәренән — өйрәндек. Ысын күңелдән һеҙҙе Яңы 2015 йыл менән ҡотлайым. Күңел тыныслығы, туған­дарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың йылылығын һәм, әлбиттә, ныҡлы һаулыҡ теләйем!
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!


Вернуться назад