Тек-тек баҫты йылдың хужалары09.01.2015
Тек-тек баҫты йылдың хужалары Яңы йыл байрамын балалар айырыуса көтөп ала: мөғжизәгә ышанған кескәйҙәр Ҡыш бабайҙан матур бүләк өмөт итә, маскарадҡа сағыу костюм хәстәрләй. Ә бына Әбйәлил районының Рыҫҡужа ауылында икенсе йыл рәттән фәҡәт өлкәндәр өсөн Шыршы байрамы үткәрелә.

Улар был тамашаға әҙерләнеүҙә йәш­тәрҙе генә түгел, хатта балаларҙы уҙҙы­рып ебәрә. Сираттағы байрамға 2015 йыл­дың хужаһы Кәзә һәм уның илгәҙәк бәрәсе килде, йылы дебет, файҙалы һөт, тәмле ит биргән малҡайға дан йырланды. Йыл хужалары йәшел шыршы тирәләй тек-тек баҫып бейеп тә күрһәтте.
Ауыл клубына ыңғайлағандар араһын­да ейәнсәре Машаны етәкләгән тайыштабан, эт, шәреҡ, сиған һылыуҙары, һеперт­кеһе менән буран уйнатҡан Мәскәй әбей, берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған ковбой һәм, әлбиттә, төрлө ҡиәфәттәге кәзә-һарыҡтарҙы осратырға мөмкин ине. Сағыу байрам дауамында бар халыҡ бейеп, йырлап, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән бергә күңел асты.
Ошо матур тамашаны үткәреүгә күп көс һалғандарҙың береһе, Рыҫҡужа ауылы ста­рос­таһы Ғаяз Баҡыев әйтеүенсә, өлкәндәр бындай байрамды яратып, ихлас ҡабул итә. Ауыл халҡы өсөн ойошторолған Яңы йыл кисәһенә күптәре ейән-ейән­сәр­ҙәрен ҡарау, донъя көтөү сәбәпле килә алмай ҡала, шуға күрә был байрам улар өсөн бик ҡулай. Ауылдың ветерандар советы рәйесе Зилдә Моталова менән Зөһрә Мә­һә­ҙиева сараны ойоштороуға күп көс һалған. Урындағы эшҡыуарҙар әҙер­ләгән бүләктәр араһында баҫылған йомшаҡ быйма, электр сәйнүктәре, татлы бал һәм башҡалар бар.
Хаҡлы ялдағылар рәхәтләнеп ял итте, Яңы йыл байрамын күтәренке кәйефтә ҡаршылау өсөн илһам алды.





Вернуться назад