2015 йылда дини байрамдар һәм иҫтәлекле көндәр09.01.2015
2 ғинуар – Мәүлит байрамы (Мө­хәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнө). Был изге байрам бер ай дауам итә, мәсеттәрҙә хәйер-саҙаҡа, зәҡәт бирелә, вәғәздәр уҡыла.
20 апрель – изге Рәжәбтең беренсе көнө. Был айҙа Ибраһим, Ғай­са пәйғәмбәрҙәрҙең тыуған көнө, башҡа иҫтәлекле ваҡиғалар билдә­ләнә. Шулай уҡ кесе хаж, ғөмрә хажы ҡылына.
23 апрель – Рәжәб айының беренсе йомаһына ҡаршы – Рәғәиб кисе (пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғә­ләй­һис-сәләмдең ата-әсәһе Ғаб­дулла менән Әминә ҡушылған кис).
15 май – Миғраж кисе. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Мәккәнән Йәрү­сә­лим­гә һәм унан ете ҡат күккә мөғжизәле сәйәхәт ҡылған был көндә ашамай-эсмәй тороу 100 төн ураҙа тотоуға тиң.
1 – 2 июнь – Бәрәат кисе, йәғни “ләйләтул-Бәрәат”. Бәхет, уңыш, изгелек итә торған көн. Нәҡ ошо төндә Аллаһ Тәғәлә һәр кемдең изге ғәмәл һәм доғаларында ялбарып һораған үтенестәрен иҫәпкә алып, кешеләрҙең яҙмышы тураһында ҡарар ҡабул итә.
17 июнь – изге Рамаҙан айы һәм ураҙа башланған көн.
12 июль – Ҡәҙер кисе.
17 июль – Ураҙа байрамы.
22 сентябрь – Ғәрәфә көнө. Хаж ҡылыусылар Мәккә янындағы Ғәрәфә тауына бара һәм уның итәгендә намаҙ уҡый.
23 сентябрь – Ҡорбан байрамы. Ул өс көн дауам итә.
24, 25, 26 сентябрь – Тәшриҡ көндәре. Был мәлдә мосолмандар фарыз намаҙҙарын уҡығандан һуң Аллаһ Тәғәләгә маҡтау һүҙҙәре әйтә.
14 октябрь – 1437 йыл, яңы һижри йыл, Мөхәррәм айы башлана. Был айҙа хәйер (зәҡәт) бирелә, күпләп изге ғәмәлдәр ҡылына.
23 октябрь – Ғәшүрә байрамы.
8 декабрь – Сәфәр айы башланған көн.


Вернуться назад